Найти тему
Башҡортостан гәзите

Зәйнетдин Федераль каналда

“Был гениаль музыкантҡа ғашиҡ булмау мөмкин түгел” ©Дмитрий Дибров Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, популяр музыкант, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов Рәсәйҙең төп телеканалында сығыш яһаған. “Минең өсөн, ысынлап та, Федераль каналда Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһау, шулай уҡ Дмитрий Дибровтың тапшырыуы дауамында ошондай матур һүҙҙәр ишетеү оло хөрмәт”, – тип яҙҙы ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә, – Минең пландарымда Республиканы һәм мәҙәниәтебеҙҙе Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танытыу. Һәм бының өсөн барыһын да эшләйәсәкмен!” Һеҙгә тапшырыуҙа иң оҡшағаны нимә? Нимә көтөлмәгән хәл булды? Фото: kulturarb.ru Сығанаҡ: vk.com/zainetdin