Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сәнәғәт предприятиеларын күмәкләп булдыралар

“Урал аръяғы-2023” V Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов Һаҡлыҡ банның департамент етәксеһе Альберт Фәхретдинов һәм “Төбәк дәүләт секторы” ойошмаһы етәксеһе Руслан Шәрәфетдинов менән осрашты. Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, осрашыу барышында республиканың преференциаль зоналары резиденттары өсөн сәнәғәт объекттары булдырыуҙы финанслашыуҙа хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеү булды. “Һаҡлыҡ банкы Башҡортостандағы ҙур инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа төп партнерҙарҙың береһе булараҡ сығыш яһай, ә уларҙың дәүләт ярҙамы программалары бурысҡа алыусыларға финанс алыу мөмкинлеген бирә. Хеҙмәттәштәребеҙ менән бергә яңы дәүләт программалары һәм киләсәге өмөтлө инвестпроекттарға ярҙам итеү буйынса фекер алыштыҡ”, – ти Наил Ғәббәсов. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.