Найти тему
Башҡортостан гәзите

Зәңгәр күкте балалар яһаған моделдәр иңләне

Өфө ҡалаһының «Забельский» аэродромында авиамоделләү спорты буйынса Башҡортостан Республикаһының асыҡ шәхси-команда беренселеге уҙҙы. Уҡыусылар ирекле осоусы моделдәрен, схема буйынса эшләнгән планер һәм самолеттарын һынаны. Беренселектә республиканың өҫтәмә белем биреү учреждениеларының, дөйөм белем биреү ойошмаларының авиамодель спорты берекмәләре уҡыусылары ҡатнашты. Баһалама ағзалары 120-нән ашыу модель ҡабул итте. Сара, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы уҙғарған саралар календарына ярашлы, «Мәғариф» милли проектының (национальный проект "Образование") «Һәр баланың уңышы» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылды. Билдәле булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә раҫланған һәм тормошҡа ашырыла. Өфө ҡалаһының «Иҙел» техник ижад станцияһы», Трехгорный ҡалаһының Балалар ижады үҙәге, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең «Оҫта» балалар ижады үҙәге уҡыусылары төрлө йүнәлештәр буйынса беренсе урындар яуланы. Дөйөм команда беренселегендә иң яҡшыһы тип Өфө ҡалаһының «Иҙел» техник ижад станцияһы» командаһы табылды. Беренселек еңеүселәре һәм призерҙары Республика балалар мәғариф технопаркы дипломдары һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Еңеүсе командаға кубок тапшырылды. Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.