2023 йылдың башынан Рәсәйҙең неонаталь хеҙмәттәре эшенә яңы тыуған сабыйҙарға киңәйтелгән скрининг программаһы индерелде. Республиканың медик-генетик үҙәге хәҙер Башҡортостан сабыйҙарынан тыш, Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йәшәгән балаларға ла 31 нәҫел һәм тыумыштан килгән сирҙәргә неонаталь скрининг үткәрә. Аҙна һайын Үҙәк лабораторияһына өс меңдән ашыу өлгө килтерелә. Проект башланғандан алып, бөтәһе 45 877 сабый скрининг үткән. Башҡортостанда 12 134 бала тәрәнтен тикшереү үтте, 234 сабыйҙың нәҫел сирҙәре буйынса хәүефле төркөмгә инеүе билдәле булды. Шуларҙың 203-өндә нәҫелдән килгән матдәләр алмашыу сирҙәре, 27 балала беренсел иммунодефицит, дүртәүһендә арҡа мускул атрофияһы асыҡланды. Әлегә арҡа мускул атрофияһы диагнозы ике генә пациентта раҫланған. Мари Иле республикаһында ла яңы тыуған 2 548 сабыйҙың сәләмәтлеге тикшерелде. 25 баланың нәҫел һәм тыумыштан килгән сирҙәргә дусар булыуы асыҡланды. Шуларҙың 23-ө матдәләр алмашыу , берәүһе – беренсел иммунодефицит, тағы л