Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостандың матурлығын асабыҙ

"Эксперт Урал" баҫмаһына интервью барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала туризмды үҫтереү өсөн нимәләр эшләнгәне тураһында һөйләне. – Башҡортостан – туристарҙы йәлеп иткән төбәктәрҙең береһе. Бында теләһә ниндәй миҙгелдә ял итергә мөмкин. Республиканың туристик инфраструктураһын үҫтереү буйынса ниндәй пландар бар? – Эске туризмды үҫтереү өсөн шарттар булдырыу – ул дәүләт сәйәсәте, бер нисә йүнәлештән тора. Беренсеһе – туристик навигация. Дүрт йыл элек кенә Башҡортостан ҡунаҡтары туристик навигацияның бер билдәһен дә күрмәгән. Әле беҙ ошондай өс мең билдә ҡуйҙыҡ. Икенсеһе – юл яны сервисы. Республика буйлап, ҡағиҙә булараҡ, автомобилдә сәйәхәт итәләр. Ашарға, ҡулдарҙы йыуырға, ял итергә кәрәк. Ул беҙҙә юҡ ине. Элек бер-ике сәғәт бараһың, ә туҡтарға урын юҡ. Хәҙер беҙҙә юл буйындағы сервисҡа ярҙам итеү программаһы бар: сауҙаһыҙ ер участкалары бирәбеҙ, инженер коммуникацияларын үткәреүҙе субсидиялайбыҙ. 2024 йылдың аҙағына йәнә 500 юл буйы сервисы объектын асыу бурысын ҡуябыҙ. Туристарҙы йәлеп итеү өсөн республика туроператорҙары төрлө йүнәлештәге яңы маршруттар әҙерләй: музейҙарға барыу менән мәҙәни-танып белеү, башҡорт халҡының традиция элементтары менән этнографик, геопарктар биләмәһе буйынса ғилми-танып белеү, спелеотурҙар, сплавтар, атлы һәм башҡалар. 2023 йылға республика федераль ҡаҙнанан туризм өлкәһендә 60-тан ашыу проектты тормошҡа ашырыуға ярайһы ҙур күләмдә аҡса – 335,5 миллион һум йәлеп итә алды. Ял объекттарының яңы форматын – глэмпингтарҙы үҫтерәбеҙ. Республикала улар бөтәһе 63, шуларҙың 30-ы былтыр асылды. Быйыл кәмендә 10 объект төҙөргә ниәтләйбеҙ. Инвесторҙарға уңайлы булһын өсөн глэмпингтарҙы һәм башҡа урынлаштырыу урындарын үҫтереү өсөн ер участкалары исемлеге лә булдырылған. Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып геопарктар тураһында төбәк законын ҡабул иттек. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренән айырмалы рәүештә, геопаркта туристик инфраструктура булдырырға һәм туристарҙы йәлеп итергә мөмкин. Башҡортостанда “Торатау”, “Янғантау” геопарктары булдырылды. Әйткәндәй, “Янғантау” элекке Советтар Союзы биләмәһендә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде. Геопарктар инфраструктураһын үҫтереүгә инвесторҙарҙы әүҙем йәлеп итәбеҙ. Халыҡ-ара кимәлдәге ҙур туристик һәм ғилми-тикшеренеү үҙәктәрен булдырабыҙ. Бөрйән районында “Шүлгәнташ” музей комплексы асылды. Быйыл Шишмә районында буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар үҙәге майҙансығын үҙләштерә башланылар. Йыл аҙағына тиклем унда визит-үҙәк барлыҡҡа киләсәк. Был объекттар артабан тармаҡ бизнесын йәлеп итеү майҙансыҡтарына әйләнәсәк. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, инвалидтар, пенсионерҙар өсөн социаль турҙар программаһын эшләтеп ебәрҙе. 2020 йылдан республикала “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” исемле проект тормошҡа ашырыла. Был программа буйынса 20 мең пенсионер республика территорияһында, ә быйылдан башлап Беларусь Республикаһында сәйәхәт итеү мөмкинлегенә эйә булды. Беҙ уларға автобус өсөн түләүҙе субсидиялайбыҙ, бушлай гид бирәбеҙ. Сәнәғәтте үҫтереүҙәге кеүек, төбәктең туристик йәлеп итеүсәнлеген күтәреүгә комплекслы ҡарайбыҙ, унда йәшәүселәргә генә түгел, бөтә рәсәйҙәргә лә Башҡортостандың матурлығын асабыҙ, - тине республика етәксеһе. Фото: ufa.rbc.ru