Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Башҡортостан беҙгә йәшәүгә ышаныс бирҙе”

Балаларҙы яҡлау көнө алдынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Донбасс балалары өсөн Өфө буйлап сәйәхәт ойошторҙо. Улар баш ҡаланың иң матур һәм иҫтәлекле урындары менән танышты. Бөтә донъя башҡорттары ойошторған сарала бер нисә әсәй һәм 17 бала ҡатнашты. Улар Башҡортостанға былтыр йәй яҡындары менән бергә килгән. Әлеге ваҡытта баш ҡала эргәһендәге ял йорттарының береһендә мәжбүри күскенселәр сифатында көн итәләр. Бер йыл эсендә тормоштары яйға һалынған: махсус хәрби операция биләмәһенән тиҙ арала һәм нисек бар, шулай сығып киткән кешеләр бөгөн документтар юллаған, ҡайһылары эшләп йөрөй, балалар урындағы мәктәптәрҙә уҡыуҙарын дауам итә. Кәйефтәре көр, ҡыҙыҡһыныусан балаларҙы Совет майҙанында, легендар генерал Шайморатовҡа монументаль һәйкәл янында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, тарихсы Азат Ярмуллин ҡаршы алды. Ул һәйкәл тураһында мәғлүмәт еткерҙе, унда һүрәтләнгән ваҡиғаларға, образдарға аңлатма бирҙе. Мәғлүм булыуынса, монументаль комплекс легендар комдив исемен йөрөтһә лә, барлыҡ ил һаҡсыларына бағышланған. “Төньяҡ амурҙары”, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары, яугир-интернационалистар, яу яланында һәләк булған һалдаттар, бөгөн дә хәрби сафтарҙа булғандар – һәйкәлдә һәммәһе лә сағылыш тапҡан. Автор, Рәсәйҙең атҡаҙанған скульпторы Салауат Щербаковты ла телгә алды Азат Ярмуллин. Улар Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, һәйкәлдең архитекторы Константин Донгузов менән, ысынлап та, уникаль комплекс булдырыуға өлгәшкән. Проектты тиҫтәләрсә кеше ижад иткән, уның өҫтөндә художество эксперттары, ҡойоусылар, гранит эшкәртеүселәр, тарихсылар ҙа эшләгән. Хәҙер Шайморатов һәйкәле Совет майҙанын биҙәүҙән тыш, тотош республика, башҡорт халҡы символына әүерелде. Артабан балалар “Ете ҡыҙ” фонтанын барып күрҙе. Башҡорт халыҡ легендаһы мотивтары буйынса эшләнгән, ҡыҙҙарҙың иң матур сифаттарын һынландырған ете ҡыҙ скульптураһы ошо исемле бейеү элементтарын сағылдыра. Был хаҡта Донбасс балаларына тулыраҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле хореограф, режиссер Гөлназ Аҡназарова һөйләне. – "Ете ҡыҙ" легендаһы менән ҡыҫҡаса танышып үтәйек. Ҡасандыр Көньяҡ Уралда, башҡорттарҙың йәйләү урындарында булған был хәл. Ундағы йәйрәп ятҡан иркен далалар, мул һыулы төбәк мал аҫрау өсөн ҡулай булған, әммә әленән-әле ҡаҙаҡ ырыуҙары тарафынан ойошторолған барымталар халыҡҡа тыныс йәшәргә ирек бирмәгән. Бына шундай болаларҙың береһендә ҡаҙаҡтар ауылдағы иң матур ҡыҙҙарҙы әсирлеккә ҡыуып алып киткән. Ҡыҙҙар ҡасмаһын өсөн уларҙың табандарын ярып, ат ҡылы һалғандар. Ғорур ете ҡыҙ яҙмышына күнмәй, барыбер ҡасыу мөмкинлеген тапҡан. Әммә тыуған яҡҡа ҡайтып еттем тигәндә, уларҙы ҡаҙаҡ атлылары ҡыуып еткән. Баҫҡынсылар ҡулына эләкмәҫ өсөн ғорур башҡорт ҡыҙҙары үлем юлын һайлаған. Бер фараз буйынса, улар бейек ҡаянан ташланған, икенсеһе иһә, ҡыҙҙар күлгә батҡан, тип бәйән итә. Халыҡ улар хөрмәтенә күлде Ҡылтабан тип йөрөтә башлаған, – тип һөйләне Гөлназ Вәкил ҡыҙы. Балалар легенданы ла, фонтан тарихын да ҡыҙыҡһынып тыңланы, төрлө һорауҙар бирҙе. Артабан бәләкәй сәйәхәтселәр бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич һәйкәле эргәһенә килде. Унда шағирә, журналист, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ҡаршы алды, Бабичтың фажиғәле яҙмышы хаҡында һөйләне, “Аҡбуҙат” журналы менән таныштырҙы һәм һәр үҫмергә Донбасс балалары өсөн махсус сығарылған баҫма һанын бүләк итте. Рухлы сәйәхәт Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә дауам итте. Бында ла Донбасс балалары башҡорт халҡының милли геройы хаҡында бихисап мәғлүмәт алды, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ишетте, фотоға төштө, туңдырма менән һыйланды. Сәйәхәт артабан аквапаркта дауам итте. Сара үҙенсәлектәре хаҡында ҡоролтайҙың йәштәр бүлеге белгесе Ләйсән Мостафина түбәндәгеләрҙе белдерҙе: – Донбасс балаларының бер көнлөк сәйәхәте ҡыҙыҡлы, сағыу булһын өсөн төрлө мөмкинлектәрҙе барланыҡ. Беҙ төрлө ойошмалар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ, һәр саҡ һөҙөмтәле, ҡыҙыҡлы саралар ойошторабыҙ. Был юлы, мәҫәлән, Өфө аквапаркы директоры Заурад Урал улы Йомаҡаев Донбасс балаларына аквапаркка бушлай билеттар бүләк итте, төшкө аш ойошторҙо. Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Салауат Кирәевкә лә ҙур рәхмәт: балалар ҡала абуйлап ойошманың уңайлы автобусында йөрөнө. ...Балалар менән сәйәхәткә килгән әсәйҙәрҙең береһе Елена Башҡортостан менән танышыуына, тормоштарында махсус хәрби операцияға бәйле ҙур үҙгәрештәр башланғас, тап ошо төбәккә килеп эләгеүенә шат икәнлеген белдерҙе. "Башҡортостан беҙгә йәшәү мөмкинлеге генә түгел, йәшәү теләге һәм ышаныс та бирҙе, иң ауыр мәлдә төбәк халҡы таяныс булды. Әлбиттә, тыуған яҡ һағындыра, әммә әлегә Донбассҡа ҡайтып булмай. Шуға беҙ бында мөмкин тиклем ерегеп, эшкә урынлашып, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға ниәтләйбеҙ. Республика етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән сара ла иҫ киткес күңелле, йылы булды, байтаҡ яңылыҡтар белдек. Ҡаланы ла тағы нығыраҡ таныйбыҙ хәҙер", – тине ул. Фото: Б. Күсемханов.