Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Эксперт Урал" баҫмаһына биргән интервьюһында белоустар менән уртаҡ эшмәкәрлек тураһында һөйләне. – Республиканың перспективалы тармаҡтары иҫәбендә – фармацевтика һәм еңел сәнәғәт. Уларҙы үҫтереү өсөн ниндәй шарттар булдырыла? – Шулай ҙа беҙҙең өсөн юғары технологиялы йүнәлештәр иң мөһиме булып тора. Башҡортостан иҡтисадтың төп тармаҡтарында: авиатөҙөлөштә, машиналар эшләүҙә, энергетикала алдынғы урындарҙы биләй. Республикала 450-нән ашыу предприятие инновациялы эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, заманса технологияларҙы производствоға индерә. Шулай уҡ сәнәғәтебеҙ йүнәлешен үҙгәртеүҙе дауам итәбеҙ. Республика өсөн хас булмаған яңы йүнәлештәрҙе үҫтереү мөһим. Мәҫәлән, тап Башҡортостанда илдәге тәүге мебель кластеры булдырылды. Беҙҙә еңел, ағас эшкәртеү сәнәғәтенә, халыҡ художество кәсептәренә, реабилитация саралары етештереүгә ярҙам итеү буйынса программалар күп. Программалар сиктәрендә бюджетҡа аҡса һалабыҙ һәм яңы ҡорамалдар, сеймал һәм материалдар һатып ал