Башҡортостанда "АСТ" электр селтәрҙәре компанияһы ярҙамында мәктәп уҡыусылары араһында тәүге "Физика буйынса асыҡ олимпиада" үтте, унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Ике йөҙҙән күберәк еңеүсе һәм призер физика өлкәһендә юғары белем кимәлен күрһәтә алды. "Бындай сараларҙы үткәреүҙең маҡсаты - мәктәп, юғары уҡыу йорто һәм предприятие араһында бәйләнештәрҙе нығытыу. Уҡыусыларға артабан белем алыу, карьера яһау өсөн үҙ белемен, оҫталығын күрһәтеү, тәжрибә туплау мөмкинлеге был", - ти Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Олимпиадала 7-11-се класс уҡыусылары һынау тотто. Еңеүселәр, призерҙар грамоталар, смарт-сәғәттәр, пауэрбанктар һәм башҡа приздар менән бүләкләнә, шулай уҡ белемен һынаған һәр кемгә физика буйынса асыҡ олимпиадала ҡатнашыусы сертификаты, киләһе йылға саҡырыу бирелә.Билдәле булыуынса, электр энергетикаһы тармағы иң мөһимдәрҙең береһе булып тора. Халыҡтың йәшәү сифаты, илдең инвестициялар йәлеп итеүсәнлеге, милли иҡтисадтың үҫеше