1 июндә, Балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфө ҡалаһында «АРТ-Ҡоролтай. Балалар» мәҙәни форумы үтә. Сарала Михаил Бартеневтың «Бишкә тиклем һанайым» спектакле лә күрһәтеләсәк. Уны Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Күңел күҙе» инклюзив халыҡ театры, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған коллективының балалар составы ҡуясаҡ. Коллективтың балалар составы 2023 йылдың башында инклюзив ижад лабораторияһы сиктәрендә булдырылған. Унда Өфө ҡалаһының 132-се, 103-сө, 106-сы мәктәптәре, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының 11-14 йәштәге уҡыусылары шөғөлләнә. Коллектив тәүге тапҡыр 17 мартта «АРТ-Ҡоролтай» III мәҙәни форум сиктәрендә сығыш яһаған. «Һәр сығыш – балалар өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Йәш актерҙар спектакль ҡуйыуға етди ҡарай, тырышып әҙерләнә. Улар репетицияларҙы һәм тамашасылар менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә», - ти театр етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов. «Бишкә тиклем һанайым» - ҡы