Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә Республика спорт премияһын булдырыу тураһында һөйләштеләр. Андрей Назаров спортсыларға һәм тренерҙарға ярҙам итеүҙең физик культура һәм спорт тармағында өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе икәнлеге тураһында һөйләне. – 2019 йылдан республикала һәләтле спортсыларҙы, шулай уҡ уларҙың тренерҙарын һайлау һәм уларға ярҙам итеү системаһы булдырылған. Ыңғай һөҙөмтә биргән был эште камиллаштырыуҙы дауам итәбеҙ, - тине Премьер-министр. – Спортта өлгәшелгән уңыштары өсөн йыл һайын спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына – матди дәртләндереү, 18 йәшкә тиклемге спортсыларға стипендиялар ҡаралған. Был аҡсалата ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу өсөн ағымдағы йылда республика бюджетында 150 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Иң яҡшы спортсыларҙы, тренер-уҡытыусыларҙы, физик культура һәм спорт өлкәһендәге белгестәрҙе асыҡлау, уларға ярҙам итеү, иң яҡшы спорт федерацияларын, муниципаль берәмектәрҙе дәртләндереү өсөн Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан “Республика спорт премияһы тураһында” проекты эшләнгән. Был хаҡта республиканың спорт министры Руслан Хәбибов һөйләне, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Министрҙың билдәләүенсә, лауреаттарҙы асыҡлау өсөн адаптив спортта, юғары ҡаҙаныштар спортында, физик культура һәм спорт үҫешендә, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауҙа айырыуса ҡаҙаныштар булырға тейеш. Биш номинация билдәләнгән. Ошо һәр номинацияла – берешәр, тағы муниципаль райондар һәм ҡала округтары, физкультура-спорт ойошмалары (спорт мәктәптәре, спорт федерациялары) өсөн ике номинация булдырылған. Түбәндәге күләмдә аҡсалата премия һәм дипломдар менән бүләкләнәсәктәр: “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль район һәм ҡала округы” – икешәр миллион һум; “Башҡортостан Республикаһының спорт өмөтө” – спорт мәктәбенә һәм адаптив спорт ойошмаһына – 1,5 миллион һум; “Спорт ижтимағи ойошмаһы” (төбәк спорт федерацияһы) – 1,5 миллион һум күләмендә премия. Айырым кешеләр өсөн түбәндәге премиялар ҡаралған: “Башҡортостан Республикаһының спорт ғорурлығы” – 200-шәр мең һум күләмендә премиялар; “Еңеп сығыу” (адаптив спорт үҫеше өсөн индергән өлөш): йылдың спортсыһы һәм тренеры – 250-шәр мең һум премия; “Бөтәһе өсөн дә спорт”: йәшәү, эш урыны буйынса физкультура-спорт эшен ойоштороусы” – 200 мең һум күләмендә премия; “Спорт еңеүҙәре йылъяҙмаһы”: йыл журналисы – 200 мең һум күләмендә премия. – Минеңсә, “Спорт дәүере” номинацияһы бик мөһим. Башҡорт спортының данлы йолаларын кем арҡаһында дауам итеүебеҙ тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ. Башҡортостанда спорт үҫеше өсөн спорт ветераны 200 мең һум күләмендә премия аласаҡ”, – тине Андрей Назаров. Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Спорт министрлығының тәҡдимен һәм республика Хөкүмәте проектын хупларға, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһендә Беренсе республика спорт премияһын тапшырыу тигән ҡарар ҡабул ителде. Фото: bashinform.ru