Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге Хөкүмәт ултырышында халыҡтың айырым категорияларын янғын тураһында иҫкәртеү ҡулайламалары менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. – Был эш даими алып барыла. Республикабыҙ илдә халыҡтың ундан ашыу льготалы категорияһы янғын тураһында иҫкәртеү ҡулайламалары менән бушлай тәьмин ителгән берҙән-бер төбәк булып ҡала. Ошо проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып социаль яҡтан хәүефле хәлдәге һәм аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләргә 82 меңдән ашыу янғын иҫкәртеү ҡулайламаһы ҡуйылған, – тине Андрей Назаров. Республика Хөкүмәте Премьер-министры әйтеүенсә, был маҡсатҡа аҡса йыл һайын бүленә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров башҡарылған эш тураһында ентеклерәк һөйләне. Уның билдәләүенсә, республика бюджеты с иҫәбенә быйыл 20 меңдән ашыу янғынды иҫкәртеү ҡулайламаһы тапшырылған. Ошо осорҙа ҡулайлама 1007 кеше, шул иҫәптән 382 баланы янғындан ҡотҡарырға ярҙам иткән. Башҡортос