Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Дүртенсе йыл рәттән үҫешәбеҙ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Эксперт Урал” эшлекле журналына интервью бирҙе. Унда иҡтисад торошо, идара итеү командаһының төп бурысы, ни өсөн республиканың былай ҙа күп индустриаль һәм технопарктарҙы икеләтә арттырырға ынтылыуы, Башҡортостан бизнесының Беларусь бизнесы менән ҡушылыуы, төбәк туриндустрияһының төп үҫеш йүнәлештәре хаҡында һөйләне. Ҡыуып етергә тейешбеҙ – Һуңғы йылда илебеҙ етди ҡаршылыҡтарға осраны, шул иҫәптән иҡтисадта ла. Шул уҡ ваҡытта былтыр Башҡортос­танда сәнәғәт етештереүе 2,7 процентҡа үҫкән. Был – округ­тағы иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Ниндәй шарттарҙа ошоға өлгәшеп булды? – Башҡортостан иҡтисады дүртенсе йыл рәттән үҫешә. Нефть-газ өлкәһендә, машиналар эшләүҙә, башҡа бик күп тармаҡтарҙа ыңғай динамика күҙәтелә. 2023 йылды ла үҫеш менән тамамларбыҙ, тип ышанам. Һис шикһеҙ, санкция баҫымына бәйле билдәле ҡатмарлыҡтар ҙа бар. Ошондай үҫеште тәьмин иткән барлыҡ предприятиелар етәкселә­ренә ҙур рәхмәт. Был йылдарҙа республикала сәнәғәтебеҙгә дәүләт ярҙамының киңәйтелгән система­һын булдырҙыҡ. Беҙҙең өсөн был – төп бурыс. Тап шуға күрә лә Башҡортостан һуңғы ике йылда Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа ми­нистрлығы рейтингында сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса беренсе урынды биләй. Эш структураһында “Сәнәғәт сәғәттәре” һәм “Инвестиция сәғәттәре” тигән тематик кәңәшмәләр бар. Беҙҙә бизнес-шәрифтәр институты яҡшы эшләй. Улар – муниципалитет башлыҡтары урынбаҫарҙары, инвестициялар йәлеп итеү, пред­приятиеларҙы яңыртыу өсөн яуап бирә. Башҡортостанда әҙерләнгән ярҙам саралары ла үҙен һөҙөмтәле күрһәтте. Мәҫәлән, беҙҙең республика Сәнәғәтте үҫтереү фондының эш күрһәткестәре буйынса тото­роҡло рәүештә илдә тәүге өсәү иҫәбенә инә. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына ла ҙур рәхмәт. Улар менән беҙ Сәнәғәтте үҫтереү федераль фонды аша оло мәсьә­ләләрҙе хәл итәбеҙ. Башҡортос­тандың бер нисә предприятиеһы ошондай Рәсәй фонды аша 1,5-2 миллиард һумлыҡ займдар алды. Иҡтисадтың үҫешенә шулай уҡ республикалағы 30-лап индустриаль һәм технопарктарҙың эше булышлыҡ итә. Ә улар ике тапҡырға күберәк кәрәк, шуға яңыларын төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Башҡорт­останда йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре, махсус иҡтисади зоналар ҙа әүҙем эшләй. Мәҫәлән, “Алға” махсус иҡтисади зонаһы Рәсәйҙә иң йылдам үҫешеүсе айырым иҡтисади зона тип танылды. – Булдырылған индустриаль һәм технопарктар һаны буйынса Башҡортостан – Рәсәй төбәктәре араһында алдынғыларҙың береһе. Был парктар бер-береһе менән инвесторҙар йәлеп итеү өсөн конкуренция тыуҙырамы? – Производствоға әҙер майҙан­сыҡтар булдырыу – төбәктәрҙең инвестиция сәйәсәтенең төп элементтарының береһе. Беҙҙә 12 индустриаль һәм 18 технопарк уңышлы эшләп килә. Рәсәй төбәктәренең сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында беҙҙең лидерлыҡ позицияларыбыҙ ошо хаҡта һөйләй. Төҙөлөп ятҡан парктар төрлөсә махсуслашҡан. Мәҫәлән, технопарк­тарҙың береһе Өфө районында белорустар менән берлектә “Амкодор-Ағиҙел” предприятиеһында булдырыла, унда урып-йыйыуҙан һуң иген эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү планлаштырыла. Субсидия күләме – 1,2 миллиард һумдан ашыу. Шулай уҡ Туймазы ҡалаһы биләмәһендә “Мастер” сәнәғәт технопаркын булдырыуҙа финанс ярҙамы күрһәтәбеҙ. Был артабан 500 эш урыны булдырырға һәм бер миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Белорустар менән бергә – Республиканың перспективалы тармаҡтары иҫәбендә –фармацевтика һәм еңел сәнәғәт. Уларҙы үҫтереү өсөн ниндәй шарттар булдырыла? – Шулай ҙа беҙҙең өсөн юғары технологиялы йүнәлештәр иң мөһиме булып тора. Башҡортостан иҡтисадтың төп тармаҡтарында: авиатөҙөлөштә, машиналар эшләү­ҙә, энергетикала алдынғы урын­дарҙы биләй. Республикала 450-нән ашыу предприятие инновацион эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, заманса технологияларҙы производ­ствоға индерә. Шулай уҡ сәнәғәтебеҙ йүнәлешен үҙгәртеүҙе дауам итәбеҙ. Республика өсөн хас булмаған яңы йүнәлештәрҙе үҫтереү мөһим. Мәҫәлән, тап Башҡортостанда илдәге тәүге мебель кластеры булдырылды. Беҙҙә еңел, ағас эшкәртеү сәнәғәтенә, халыҡ художество кәсептәренә, реабилитация саралары етештереүгә ярҙам итеү буйынса программалар күп. Программалар сиктәрендә бюджетҡа аҡса һалабыҙ һәм яңы ҡорамалдар, сеймал һәм материалдар һатып алыуға субсидия бирәбеҙ. Башҡортостан иҡтисадын үҫте­реүҙең стратегик бурыстарының береһе – еңел сәнәғәт продукцияларын етештереү күләмен арттырыу. Беҙҙә еңел сәнәғәт үҫеше, беренсенән, ҡатын-ҡыҙҙарҙы эшкә урынлаштырыу менән бәйләнгән. Икенсенән – импортты алмаштырыу менән. Эш, хәрби, махсус кейем тегеү буйынса компетенциялары­быҙ ярайһы уҡ көслө. Ләкин беҙ бында шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар күлдәктәре, ир-егеттәр кейемдәре, заманса спорт кейемдәре тегеүҙәрен теләйбеҙ. Һәм был йүнәлеш үҫешә башланы. Мәҫәлән, Ишембайҙа “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә май айында ZASPORT Рәсәйҙең Олимпия йыйылма командаһын кейендергән компанияның теген фабрикаһы асылды. Был йүнәлештә Белоруссия предприятиелары менән дә бик әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Фармацевтика сәнәғәтенә кил­гәндә, бында ла ыңғай динамика күҙәтелә. Мәҫәлән, беҙҙең “Фармстандарт-ӨфөВИТА” предприятие­һы – илдә моно- һәм поливитамин препараттар етештереү буйынса алдынғы. Иң мөһиме – әүҙем үҫешә, инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашыра. Мәҫәлән, 2022 йылда компания гемофилияны дауалау өсөн гемостатик плазма препараты етештереү участкаһын төҙөүҙе тамамланы. – Июндә Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы уҙа. Һеҙ белорустарҙың “АМКОДОР” машиналар эшләү холдингы менән берлектәге предприятие тураһында әйттегеҙ. Башҡортостан предприятиелары Белоруссия менән тағы ниндәй мөһим проекттарға йәлеп ителгән? – Республика һәм Беларусь иҡтисадтары йылдам үҫешә, тауар әйләнеше арта. Әммә беҙ үҙ-ара сауҙа итеү менән генә сикләнеп ҡалмайбыҙ, ә тәрән интеграция юлынан барабыҙ. Был Белоруссия предприятиеларының – беҙҙә, унда бер нисә беҙҙең компанияның ҡатнашыуы. Мәҫәлән, Башҡортос­тан­дың станоктар эшләү заводы әле Белоруссияла эшләй, унда берлектәге предприятие төҙөй. Хеҙмәт, энергетика ресурста­рының, дәүләт һәм шәхси инвес­тицияларҙың булыуын иҫәпкә алып, беҙ белорустарҙы Башҡортостанда бер нисә предприятие төҙөүгә йәлеп итә алдыҡ. Башҡортостандың матурлығын асабыҙ – Башҡортостан – туристарҙы йәлеп иткән төбәктәрҙең береһе. Бында теләһә ниндәй миҙгелдә ял итергә мөмкин. Республи­каның туристик инфраструкту­раһын үҫтереү буйынса ниндәй пландар бар? – Эске туризмды үҫтереү өсөн шарттар булдырыу – дәүләт сәйәсәте, ул бер нисә йүнәлештән тора. Беренсеһе – туристик навигация. Дүрт йыл элек кенә Башҡортостан ҡунаҡтары туристик навигацияның бер билдәһен дә күрмәгән. Әле беҙ ошондай өс мең билдә ҡуйҙыҡ. Икенсеһе – юл буйы сервисы. Республика буйлап, ҡағиҙә булараҡ, автомобилдә сәйәхәт итәләр. Ашарға, ҡулдарҙы йыуырға, ял итергә кәрәк. Был беҙҙә юҡ тиерлек ине. Әле юл буйындағы сервисҡа ярҙам итеү программаһы бар: сауҙаһыҙ ер участкалары бирәбеҙ, инженер коммуникацияларын үткәреүҙе субсидиялайбыҙ. 2024 йылдың аҙағына йәнә 500 юл буйы сервисы объектын асыу бурысын ҡуябыҙ. Туристарҙы йәлеп итеү өсөн республика туроператорҙары төрлө йүнәлештәге яңы маршруттар әҙерләй. 2023 йылға республика федераль ҡаҙнанан туризм өлкә­һендә 60-тан ашыу проектты тормошҡа ашырыуға ярайһы ҙур күләмдә аҡса – 335,5 миллион һум йәлеп итә алды. Ял объекттарының яңы форматын – глэмпингтарҙы үҫтерәбеҙ. Республикала улар бөтәһе 63, шуларҙың 30-ы былтыр асылды. Быйыл кәмендә 10 объект төҙөргә ниәтләйбеҙ. Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып геопарктар тураһында төбәк законын ҡабул иттек. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренән айырмалы рәүештә, геопаркта туристик инфраструктура булдырырға һәм туристарҙы йәлеп итергә мөмкин. Башҡортостанда “Торатау” һәм “Янғантау” геопарктары булдырылды. Халыҡ-ара кимәлдәге ҙур туристик һәм ғилми-тикшеренеү үҙәктәрен булдырабыҙ. Бөрйән районында “Шүлгәнташ” музей комплексы асылды. Быйыл Шишмә районында буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар үҙәге майҙансығын үҙләштерә башланылар. Был объекттар артабан тармаҡ бизнесын йәлеп итеү майҙансыҡтарына әйләнәсәк. Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, инвалидтар һәм пенсионерҙар өсөн социаль турҙар программаһын эшләтеп ебәрҙе. 2020 йылдан республикала “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” исемле проект тормошҡа ашырыла. Был программа буйынса 20 мең пенсионер – республика территорияһында, ә быйылдан башлап Беларусь Республикаһында сәйәхәт итеү мөмкинлегенә эйә булды. - Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.