Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хәрби зонаға алты тапҡыр барып ҡайтҡан

Кристина һәм Хәйҙәр Рафиҡовтарҙың йәш ғаиләһен районда яҡшы беләләр. Улар эшҡыуарлыҡта ла, ирекмәнлектә лә һыр бирмәй. Махсус хәрби операция башланыу менән Хәйҙәр Хәлим улы тәүгеләрҙән булып яугирҙәр өсөн кәрәкле әйберҙәр алыуға аҡса йыйыуҙа ҡатнашты. Хәләл ефете һәр ваҡыттағыса уның матди ярҙамын хуплап, теләктәшлек белдерҙе. Хәйҙәр хәрбиҙәр өсөн әйберҙәр һатып алыу менән генә шөғөлләнмәне, башҡа автоирекмәндәр менән бергә йөктө хәрби әҙерлек зонаһына, аҙаҡ алғы һыҙыҡҡа алты тапҡыр илтте. Уларҙың икеһе лә Стәрлебашта тыуып үҫкән. Кристина һөйгәнен армиянан көтөп ала. Никахтан һуң Хәйҙәрҙең ата-әсәһе йортонда йәшәйҙәр. Тик Хәйҙәрҙең атаһы туй алдынан кинәт кенә вафат була. Әсәһе лә улы һәм килененең ярҙамына һәм яҡлауына мохтажлыҡ кисерә. 11 йыл буйы күмәкләп татыу тормошта йәшәп, әсәләрен, бөтә хөрмәтте күрһәтеп, һуңғы юлға оҙаталар, тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре”. – Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү уйы башҡа тиҙ килмәне. Мин дауаханала, Хәйҙәр “Магнит”та эшләне, аҙаҡ таксиҙа кеше ташыны. Мин декрет ялына сыҡҡас, тормошобоҙҙа нимәнелер үҙгәртеү кәрәклеген тойҙоҡ. Тәүҙә Буҙатта сауҙа нөктәһе астыҡ, унда бөтә ауылға бер генә магазин бар ине. Аҙаҡ Өсөгән-Әсәндә бөтөнләй магазин булмағанын белеп, унда буш торған бәләкәй генә бинаны һатып алып, аҙыҡ-түлек магазины астыҡ. Былар – райондың иң төпкөл ауылдары. Хәйҙәр бушамаған саҡта, ҡатыны үҙе руль артына ултырып, тауар артынан ҡалаға йөрөй. Кристинаның өҫтәүенә “Пятерочка” ла администратор булып эшләүе хайран ҡалдыра. Нисек өлгөрәләрҙер, ә бит ғаиләлә ете һәм дүрт йәшлек Даян, Раян исемле улдары үҫә. “Өлгөрөргә тырышырға тура килә. Йоҡо туймаған саҡтар була инде ул. Ата-әсәйем һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, уларға рәхмәт”, – ти Кристина. “Ни өсөн Хәйҙәр хәрбиҙәргә ярҙам итергә һәр саҡ әҙер тора, барыһынан алда юл ярып йөрөй?” – тигән һорауға Кристина былай тип яуап ҡайтарҙы: – Мобилизацияланған егеттәр араһында уның дуҫтары, таныштары күп. Үҙенең уларҙың араһында булырға сәләмәтлеге етешмәй. Шуға күрә матди ярҙам күрһәтеүҙе бурысы тип иҫәпләй, уларҙың хәрби зоналағы тормоштарын еңеләйтеү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын эшләргә тырыша. Матур, эшлекле ғаиләгә уңыштар юлдаш булһын! Фото: ғаилә архивынан.