Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашҡан предприятиелар – “ВЭЙ ПАК” һәм “Спектр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә эште һәм етештереүҙе ҡулайлаштырыу буйынса башланғыс кәңәшмәләр үтте. Мәҫәлән, “ВЭЙ ПАК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һаҡсыл технологиялар сәнәғәт төргәктәре эшләү цехында ғәмәлгә индерелә, ә “Спектр” йәмғиәте проектты тормошҡа ашырыу өсөн “Табип” балалар уйын йыйылмаһын етештереү участкаһын һайланы. Кәңәшмәлә Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары, компаниялар етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Был турала Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Виктор Романец һөйләне. – Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары һәм предприятиеларҙағы эш төркөмдәре ошо компанияларҙа өҙлөкһөҙ камиллашыу культын үҫтереү менән шөғөлләнәсәк. Һөҙөмтәлә хеҙмәт етештереүсәнлеген компанияның эске ресурстары иҫәбенә арттырыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ дәүләт ярҙамы саралар буйынса фекер алышты һәм тренингтарҙы үткәреү көндәрен билдәләне, – тине Виктор Романец. Компанияларҙың эшсе төркөмдәре Һаҡсыл етештереү һәм яҡшыртыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса тренингтар үтте лә инде. Фото: contenta.info Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/480915#scroll