Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын ҡалала йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндерелә. Мәғлүм булыуынса, биләмәләр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы тәртипкә килтерелә. Проект буйынса Ағиҙелдә Еңеү мемориалы, Сәскәләр бульварынан алып Академик Курчатов урамына тиклемге, 1-се мәктәптән Комсомол бульварына тиклемге биләмә үҙгәртеп ҡоролдо. Программа ярҙамында ҡалала “Яҡты фонтан” тип аталған яңы йәмәғәт киңлеге барлыҡҡа килде. Быларҙың барыһына ла урындағы халыҡтың тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә өлгәшелде. Киләһе йылда ниндәй биләмәләр төҙөкләндерелер – быны урындағы халыҡ хәл итә. Исемлеккә дүрт биләмә индерелгән. Улар: Ағиҙел ҡалаһындағы алма баҡсаһы; Беренсе төҙөүселәр урамындағы парк скверы; Йәштәр урамындағы биләмә; Мәсет һәм Советтар Союзы Геройы А.Ф. Шаһиев һәйкәле эргәһендәге биләмә.