Быйылғы иртә башланған йәйге миҙгел һыуҙа бер нисә фажиғәгә килтерҙе лә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батып үлгәндәр араһында балалар ҙа бар. Ошоноң ише хәл Ҡыйғы районында ла була яҙған. Тик ирле-ҡатынлы икәүҙең булыуы ғына тағы бер ҙур бәләгә юл ҡуймаған. Зенфира Ниғәмәтова менән Рәжәп Сәйфуллин Үрге Ҡыйғы ауылындағы күлгә балыҡ тоторға тип бара. Бер мәлдә улар һыуҙа бата башлаған баланы күреп ҡала. Ғаилә башлығы шунда уҡ һыуға ташлана һәм малайҙы ҡотҡара башлай, ә ҡатыны был ваҡытта ашығыс ярҙам саҡырта. Табиптар килеп еткәнсе ирле-ҡатынлы малайҙы һыуҙан һөйрәп сығара. Был саҡта бала иҫен юғалтҡан була. Улар малайға тәүге ярҙам күрһәтә. Табиптар уны ҡотҡарып ҡала, әле малай менән барыһы ла яҡшы. Был турала социаль селтәрҙә Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко һөйләгән. “Ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм ойошма етәкселәре менән оператив кәңәшмәлә ирле-ҡатынлыларға батырлыҡтары, битараф булмауҙары һәм фиҙакәрлектәре өсөн рәхмәт белдерҙем. Зенфира Рәфҡәт ҡыҙы, Рәжәп Мөғтәбар улы, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм оҙон ғүмер теләйем”, – тип яҙҙы район етәксеһе социаль селтәрҙә. Фото: социаль селтәрҙәр.