“Аҙналыҡ район оперативкаһын илһөйәрлек тантанаһы менән башланыҡ. Яҡташыбыҙға Ватанды һаҡлағанда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн дәүләт наградаһын – Суворов миҙалын – тапшырҙыҡ”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов. Герой Стәрлебаш ауылында тыуып үҫкән. 2020 йылда Рәсәйҙең Хәрби Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырылған. 2021 йылда хәрби хеҙмәтте үтеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған. 2022 йылдың февраленән июль аҙағына тиклем Украина, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Былтыр сентябрҙә, килешеү ваҡыты үтеү сәбәпле, хәрби хеҙмәттән ҡайтарылған. Ҡаһарман егетте, Ватан һаҡсыһын дәүләт наградаһына лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, уңыштар, именлек теләйбеҙ. Фотолар: vk.com/rakhmangulov_rk