Найти тему
Башҡортостан гәзите

Түңгәүерҙәр оло ҡорға йыйына

Түңгәүер ырыуы элек-электән иң боронғо һәм төп ырыуҙарҙың береһе һаналған. Бөгөн түңгәүер башҡорттары Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла райондарында йәшәй. Түңгәүерҙәр йыйыны һәр йыл һайын улар йәшәгән төбәктә була. Иң тәүгеһе Йылайыр районының боронғо ауылы Ҡашҡарҙа үтһә, былтыр ул Әбйәлил районында булды. Быйыл иһә ҡунаҡтарҙы 1-2 июль көндәрендә Баймаҡ ере ҡабул итергә йыйына. Был ырыу вәкилдәре райондың Әбделкәрим, Алғаҙы, Бөрйән-Йылға, Ҡыуат, Янғаҙы һәм Ишбирҙе ауылдарында йәшәй. Әлеге мәлдә ойоштороу комитеты түңгәүерҙәр йәшәгән төбәктәргә делегеттарҙы һайлай, башҡа ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә. Түңгәүерҙәр, саранан ситтә ятып ҡалмағыҙ! Фото: "Бәйләнештә"