Найти тему
Башҡортостан гәзите

Барыһын да үҙенә ҡаратты

Рәсәйҙә йыл һайын 26 майҙа эшҡыуарҙарҙың һөнәри байрамдары билдәләнә. Ошо көндәрҙә Үрге Тәтешлеләге Балалар ижады үҙәгендә райондың танылған умартасыһы Алмаз Сәлимгәрәев менән осрашыу ойошторолдо. Ул– умартасылыҡ менән шөғөлләнгән ата-бабаларының дүртенсе быуыны вәкиле.Алмаз Мәғҙән улының бизнесына бөтә ғаиләһе: ҡатыны, балалары, ата-әсәһе йәлеп ителгән. Хәләл ефете Әлфиә Нәзғәт ҡыҙы бал продукттарынан файҙалы төнәтмәләр, кремдар һәм башҡа дауалау саралары эшләй. Тап Алмаз Сәлимгәрәев башланғысы менән районда умартасылар йәмғиәте ойошторолдо. Умартасы “Башҡортостан продукты” проекты дипломанты исемен яуланы, балды һатыу өсөн ауылда беренсе махсуслаштырылған сауҙа нөктәһен булдырҙы тип яҙа "Тәтешле хәбәрҙәре". Бына шундай тәжрибәле эшҡыуар менән танышыу барышында уҡыусылар бал ҡорттарының эшмәкәрлеге, холоҡ-фиғеле, көйһөҙлөктәре, эш нескәлектәре менән бергә балдың шифалы үҙенсәлектәре тураһында күп яңылыҡтар ишетте. Балалар тын да алмай тиерлек һүҙгә оҫта умартасының мәғлүмәттәрен тыңланы, бизнес серҙәренә төшөнөргә тырышты. Араларында табышлы тармаҡ менән шөғөлләнергә уйлап, дәртләнеп ултырған балалар булыуы ла бик ихтимал... Фото:”Тәтешле хәбәрҙәре”.