Найти в Дзене

Ваҡыт бар әле, өлгөрөп ҡалығыҙ

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы талантлы һәм инициативалы йәштәргә тапшырыла. Әгәр һеҙгә - 16 – 35 йәш, республика мәнфәғәте өсөн тырышағыҙ икән, ижади проекттарығыҙ йәмәғәт танылыуын яулаһа, ғариза ебәрегеҙ. Ваҡыт бар – документтар 2023 йылдың 1 июленә тиклем ҡабул ителә. Премияны Башҡортостан Хөкүмәте тапшыра. Күләме – 150 мең һум. Түбәндәге эштәрҙе тапшырырға мөмкин: Бер йылдан да кәм булмаған ваҡыт элек баҫылған, йәмәғәт алдында башҡарылған йәки ҡоролған әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәрен; әҙәбиәт әҫәрҙәрен – матбуғатта тамамланған рәүештә баҫылғандан һуң; музыка, театр, хореография, цирк, кинематография һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен – күргәҙмәлә, матбуғатта, концерттарҙа, театрҙарҙа һәм кинотеатрҙарҙа киң танылыу яулағандан һуң; архитектура өлкәһендәге эштәр - бинаны, ҡоролманы һәм биналар һәм ҡоролмалар комплексын файҙаланыуға тапшырғандан һуң. Иғтибар итегеҙ, коллективтарҙы тәҡдим иткәндә дәғүәселәр һаны

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы талантлы һәм инициативалы йәштәргә тапшырыла. Әгәр һеҙгә - 16 – 35 йәш, республика мәнфәғәте өсөн тырышағыҙ икән, ижади проекттарығыҙ йәмәғәт танылыуын яулаһа, ғариза ебәрегеҙ. Ваҡыт бар – документтар 2023 йылдың 1 июленә тиклем ҡабул ителә. Премияны Башҡортостан Хөкүмәте тапшыра. Күләме – 150 мең һум. Түбәндәге эштәрҙе тапшырырға мөмкин: Бер йылдан да кәм булмаған ваҡыт элек баҫылған, йәмәғәт алдында башҡарылған йәки ҡоролған әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәрен; әҙәбиәт әҫәрҙәрен – матбуғатта тамамланған рәүештә баҫылғандан һуң; музыка, театр, хореография, цирк, кинематография һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен – күргәҙмәлә, матбуғатта, концерттарҙа, театрҙарҙа һәм кинотеатрҙарҙа киң танылыу яулағандан һуң; архитектура өлкәһендәге эштәр - бинаны, ҡоролманы һәм биналар һәм ҡоролмалар комплексын файҙаланыуға тапшырғандан һуң. Иғтибар итегеҙ, коллективтарҙы тәҡдим иткәндә дәғүәселәр һаны биш кешенән артмаҫҡа тейеш. Эштәр Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 2-се йорт, 411-се бүлмәлә, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлегендә ҡабул ителә. Бәйләнеш өсөн: Исмәғилева Диана Айрат ҡыҙы, йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлеге белгесе. Тел. +7 (347) 218-03-08, (эске телефон: 305-48). E-mail: Ismagilova.DA@bashkortostan.ru Премия тураһындағы положение, кәрәкле документтар теҙмәһе һәм формалары - Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты сайтында: https://molodez.bashkortostan.ru/activity/40117/ Фото: bashinform.ru