Мәсетле районында ”Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы” тип исемләнгән байрам үткән. Йәмле Әй йылғаһы буйында Дыуан-Мәсетле һәм Ғүмәр ауылы ағинәйҙәре осрашҡан. "Халҡыбыҙҙа «Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы» тигән әйтемдең мәғәнәһе бик тәрән. Тимәк, күрше булып йәшәү – ул бик изге төшөнсә. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең ут күршеләребеҙ менән йылы мөнәсәбәттә аралашып, борон-борондан ата-бабаларыбыҙҙың күршеләр менән дуҫ-татыу йәшәгәндәрен, эштәрҙе бергә эшләп, байрамдарҙы бергә үткәргәндәрен хәтерләнек һәм әле үҙебеҙ ҙә күршелек хаҡын һаҡлап йәшәүебеҙҙе иҫбатлап, төрлө ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, бейешеп-йырлашып ял иттек. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп доғалар уҡыныҡ. Һәм быйыл ултыртылған уңыш бай һәм мул булһын өсөн, ямғырҙарҙың яуып тороуын теләп, Ғүмәр ауылы ағинәйҙәре бешереп килтергән бутҡаны ҡоштар өсөн дүңгәләктәргә, ағас төптәренә һалып сыҡтыҡ. Күршеләребеҙ менән татыу йәшәйек!" - ти улар. Сығанаҡ: vk.com/club20916055