28 майҙан алып янғын һүндереүселәр Ҡалтасы районының Ҡуян ауылынан биш-алты километр алыҫлыҡта тәбиғәт янғынын һүдерә. Был биләмә Краснокама районына ҡарай. Ут ялмап алған майҙан алты гектар тирәһе тәшкил итә: ҡамыштар, урындары менән һаҙлыҡ... Өс бульдозер, өс трактор, алты янғын һүндереү автоцистернаһы, ирекмән янғын һүндереү командалары “ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡлауға йәлеп ителгән. Урында йәшәүселәр ҙә ситтә ҡалмаған. Республиканың янғын һүндереү вертолеты ла бында. Барлығы 82 кеше, 15 берәмек техника йәлеп ителгән. Һәләк булғандар, зыян күргәндәр юҡ. Тораҡтарға ла хәүеф янамай. Фото: республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.