Күптәр яратып ҡатнашҡан сара 12-се тапҡыр үткәрелде. Быйылғыһы профессиональ велоуҙышсыларҙың һәм һәүәҫкәрҙәрҙең күмәкләп ҡатнашыуынан башланды. 15 километр арауыҡҡа велосипедтарҙа уҙыштарҙа Башҡортостан төбәктәренән төрлө спортсылар – йәмғеһе 25 мең кеше үҙ көсөн һынап ҡараны. Баш ҡаланың Октябрь проспектында үткәрелгән “1000 велосипедсы уҙыштары”нда ҡатын-ҡыҙҙар араһында – Ольга Кондратенко, ир-егеттәр араһында Данил Конотоп беренселекте яуланы, тип хәбәр итте Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский һәм башҡалар ҡатнашты. Фото: “Башинформ”.