Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кәңәшмәлә мөһим мәсьәләләр ҡаралды

Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда милли проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, республикабыҙҙа "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" (национальный проект "Производительность труда") тигән милли проектҡа иғтибар көслө. Шул иғтибарға лайыҡ, милли проекттарҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә бойомға ашырыла. Әйтәйек, "ВЭЙ ПАК" һәм "Спектр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекттарын уңышлы тормошҡа ашыра. Ошо көндәрҙә тап был предприятиеларҙа старт кәңәшмәһе уҙҙы. "ВЭЙ ПАК" йәмғиәтендә сәнәғәт төрөүҙе етештереү буйынса цехта һаҡсыл технологияларҙы индерергә уйлайҙар. Ә "Спектр" ойошмаһында "Доктор" тигән балалар уйынсыҡтар йыйылмаһын етештереү буйынса участканы һайланылар. Сарала бихисап кешеләр ҡатнашты. – Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары предприятиеның эшсе төркөмө менән берлектә мәҙәниәт предприятиеларында даими камиллашыуҙы индерәсәк, – тип һөйләй Башҡортостан хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағы буйынса Төбәк компетенциялар үҙәге етәксеһе Виктор Романец. – Шуның арҡаһында компанияның эске ресурстары иҫәбенә хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә мөмкин. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.