Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыуана-ҡыуана эшкә йүгерә

Балтас районының Түбәнге Иванай ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктының сафҡа индерелеүе ауылдаштарҙың медицина хеҙмәтенә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү менән бергә йәшәү сифатына туранан-тура тәьҫир итте. Үҙҙәренә ҡарата йылы иғтибарҙы тойоу иванайҙарҙың кәйефен күтәрҙе, тағы ла яҡтыраҡ киләсәккә өмөттө арттырҙы. –Бөгөн тағы ла күтәренке күңел менән эшкә килдем, – тип йылмайып ҡаршыланы беҙҙе фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Марина Миксоновна Ғәйнетдинова. – Нисек шатланмайһың инде, ауылда ағастан һалынған иҫке медицина бинаһы урынына өр-яңы, тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡалҡып сыҡты. Көн һайын ҡыуана-ҡыуана эшкә йүгерәм, һәр иртәне күтәренке кәйеф менән ҡаршы алам, кешегә күп кәрәкме ни? Күңелгә ятҡан һөнәрең, яҡшы эш шарттарың булһа, яҡындарың хөрмәт итһә, шул да етә. Марина Миксоновна эш шарттары хаҡында ғорурланып һөйләй, ҡабул итеү бүлмәһе, процедура кабинеты, ҡорамалдар менән таныштыра. Үрге һәм Түбәнге Иванай ауылдарының 600 кеше

Балтас районының Түбәнге Иванай ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктының сафҡа индерелеүе ауылдаштарҙың медицина хеҙмәтенә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү менән бергә йәшәү сифатына туранан-тура тәьҫир итте. Үҙҙәренә ҡарата йылы иғтибарҙы тойоу иванайҙарҙың кәйефен күтәрҙе, тағы ла яҡтыраҡ киләсәккә өмөттө арттырҙы. –Бөгөн тағы ла күтәренке күңел менән эшкә килдем, – тип йылмайып ҡаршыланы беҙҙе фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Марина Миксоновна Ғәйнетдинова. – Нисек шатланмайһың инде, ауылда ағастан һалынған иҫке медицина бинаһы урынына өр-яңы, тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡалҡып сыҡты. Көн һайын ҡыуана-ҡыуана эшкә йүгерәм, һәр иртәне күтәренке кәйеф менән ҡаршы алам, кешегә күп кәрәкме ни? Күңелгә ятҡан һөнәрең, яҡшы эш шарттарың булһа, яҡындарың хөрмәт итһә, шул да етә. Марина Миксоновна эш шарттары хаҡында ғорурланып һөйләй, ҡабул итеү бүлмәһе, процедура кабинеты, ҡорамалдар менән таныштыра. Үрге һәм Түбәнге Иванай ауылдарының 600 кешеһе, шул иҫәптән 132 баланың һаулығын күҙәтеү тәжрибәле фельдшер иңендә ята. Яңы йыл алдынан сафҡа индерелгән модулле медицина пункты ҡышҡы һынауҙарҙы ла уңышлы үткән. Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, дарыуҙар менән тәьмин итеү йә булмаһа, прививкалар яһатыу урыны ғына түгел, уның функцияһы ҙурыраҡ, социаль баһаһы ла юғарыраҡ. Фельдшер йорттарҙа булып, пациентарының һаулығы, йәшәү шарттары менән таныша, тормоштоң башҡа яҡтарына ҡағылған һорауҙарға ла яуап бирергә тырыша. Марина Миксоновна быға тиклем Краснокама районында эшләгән. “Ауыл фельдшеры” программаһында ҡатнашып, Балтас тарафтарына эшкә килгән. 500 мең һумлыҡ сертификат алып ҡыуанған. Әлегә аҡсаһын тотонорға уйламай, “стоматология факультетында уҡыған ҡыҙым Татьянаға ярҙам кәрәк булыуы ихтимал”, ти ул. Өс балаһының береһе тап медицина юлын һайлауына әсә шатланып бөтә алмай, “табип һөнәренә һәр саҡ ихтыяж буласаҡ, сөнки ул – Ер йөҙөндәге иң изге профессия”, тип иҫәпләй Марина Ғәйнетдинова. Ауылдарҙа яңы медицина пункттары асылыуы халыҡ өсөн иҫтә ҡалырлыҡ мөһим ваҡиға. Һәр яңы медицина пунктының төбәк үҫешенә, артабан сәскә атыуына этәргес булыуына ышанғы килә. Төпкөл ауылдарҙа медицина ярҙамының киҫкен тороуын иҫәпкә алып, һуңғы өс йыл эсендә республикала 258 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табиплыҡ амбулаторияһы файҙаланыуға тапшырылды, һөҙөмтәлә өҫтәмә рәүештә 150 меңдән ашыу кеше медицина хеҙмәте менән тәьмин ителде. Хәҙер беҙҙә ике меңдән ашыу ФАП эшләй, был - Рәсәйҙә иң эре селтәрҙәрҙең береһе. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров вәғәҙә итеүенсә, быйыл бөтә ФАП-тар ҙа тиерлек телемедицина консультацияларына тоташтырыласаҡ, электрон “больничный” асыу һәм рецептар яҙыу мөмкинлеге булдырыласаҡ. Барыһынан да элек медицина ярҙамының профессиональ кимәлдә һәм сифатлы башҡарылыуы мөһим. Эш бит яңы ҡорамалдар һәм технологиялар менән генә сикләнмәй. Төп бурысты эшлекле, һөнәри белемле кадрҙар хәл итәсәк. Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, табиптарҙы һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен яҡлау һәм дәртләндереү өсөн республикала яңынан-яңы саралар ҡабул ителеп тора. Мәҫәлән, быйылдан башлап бәләкәй ауылдарҙа эш башлаясаҡ терапевтар, педиатрҙар һәм дөйөм практика табиптары өс миллион һум күләмендә түләүҙәр аласаҡ. Быйыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә төп бурыс – уртаса көтөлгән ғүмер оҙайлығын 73,5 йәшкә еткереү һәм сабыйҙар үлемен кәметеү буйынса эш алып барыу. Был оло йөкләмәләрҙең ауыл халҡы өсөн медицина ярҙамын яҡынайтыу, хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу менән бергә барғанда ғына тормошҡа ашырылыуы ихтимал. Хөкүмәт Премьер-министры белдереүенсә, алдағы өс йылда республикала 12 поликлиника, 327 ФАП һәм табиплыҡ амбулаторияһы, 24 участка дауаханаһы сафҡа индереләсәк. Һуңғы йылдарҙа халыҡҡа социаль ярҙам күләменең бермә-бер арттырылыуын да билдәләргә кәрәк. Яңыраҡ үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, 10 йыл эсендә күп бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең 27 процентҡа артыуын күрәбеҙ. Хәҙер уларҙың һаны – 59 меңдән ашыу. Был йәһәттән беҙ федераль округта – беренсе, ә ил буйынса етенсе урындабыҙ. Ике йыл эсендә Башҡортостан Рәсәйҙең Тормош сифаты рейтингында 15 позицияға күтәрелеп, 40-сы урындан 25 урынға күсә алды. Республикала артабан тормош сифатын яҡшыртыу буйынса федераль механизмдар ҡулланыласағы, Стратегик башланғыстар агентлығы проекттарында ҡатнашасағы ла билдәле. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, “беҙ биш пилот проектын уңышлы тормошҡа ашырабыҙ, атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, хеҙмәт баҙары һәм мәшғүллеккә ярҙам йүнәлештәре буйынса моделдәрҙе ғәмәлгә уңышлы индерҙек”. Тормошҡа ашыраһы эштәрҙең ҡолас еткеһеҙ икәнлеге бәхәс тыуҙырмай, әлбиттә. Түбәнге Иванай ауылы фельдшеры Марина Миксоновна әйтмешләй, халыҡтың күҙе үткер, ҡолағы һаҡ – башҡарылған һәр эреле-ваҡлы эште күрә һәм баһалай белә. “600-гә яҡын пациенттың һөйөнөсө минең өсөн дә оло яуаплылыҡ. Уларҙың ышанысын аҡлау өсөн тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә, өлгөрөрәк булырға кәрәк. Яңы фельдшер акушерлыҡ пункттарының ауыл халҡы тормошона яңы һулыш өрәсәгенә, медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәренең киңәйә барасағына иманым камил”. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.