Башҡорт теле — атам теле. Гәзит уны һаҡлай ҙа, камиллаштыра ла.Гәзит — көндәлек мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, ә телде камиллаштырыу сараһы ла. Мәҫәлән, уны яңы һүҙҙәр менән байыта. 25 йыл тирәһе элек «Башҡортостан» гәзите биттәрендә "ҡуртым" һүҙе донъя күрә башланы. Аҙаҡ телмәребеҙгә инеп китте. Компьютер йәки интернет менән бәйле һүҙҙәрҙе лә гәзит эшмәкәрҙәре көндәлек тормошҡа индерҙе.Бөйөк яҙыусыларыбыҙ — Зәйнәб Биишева, Али Карнай, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим һәм башҡалар — бөтәһе лә ошо гәзиттә яҙышты. Уларҙы уҡыған атайҙарыбыҙ ҙа башҡорт теленең һутлы, бай тел икәнен белеп йәшәне.Башҡорт гәзиттәрен уҡыу, башҡорт яҙмаларына яҙылыу — гәзиттең ошо ролен ҡабул итеү тимәк, телебеҙҙең киләсәген уйлау, ҡайғыртыу. Ғәзиз ЙОСОПОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы медиа-бүлегенең әйҙәүсе белгесе. Нәсих Хәлисов фотоһы.