27 майҙа Әбйәлил районының Асҡар ауылында һабантуй үтте. Бер көн алда һайлап алыу туры булып, шәмбелә ике команда көс һынашырға сыға. Бер мәл аттар сығынлай башлай, бер һыбайлы ҡолап ҡала. Ә икенсеһенең аяғы өҙәңгегә эләгеп, ярһыған ат артынан бер аяғы менән һөйрәлеп бара. Ат ырғый-ырғый саба, тибенеп-тибенеп ала. Тамаша ҡылған халыҡтың ҡото оса. Ярай әле уйынсылар атты ҡамап, туҡтата ала... Был хәлдең видеояҙмаһын күргән кешеләрҙең башында бер генә уй: егет нисек, ныҡ йәрәхәтләнмәгәнме, иҫәнме? Тынысландырабыҙ: иҫән-иҫән. Асҡар ауылынан булған уйынсы еңелсә генә имгәнә. Бына был ярыштың шаһиты булған кеше ни һөйләй: "Мин бөгөн тап ошо ярышты ҡарарға барҙым,"Ылаҡ" тигән. Кисә дүртрайон араһында һайлап алыу туры булды. Баймаҡтар һәм әбйәлилдәр еңеп, бөгөн ярыштылар. Беҙҙең Дим йәшел-аҡ-йәшел бейсболкала, ә теге егет - Димдәрҙең командаһындағы Илдар исемле Асҡар егете. Мин өҫтән, балконда ҡарап тора инем. Ҡолаған кеше Дим икән тип, илай-илай баҫыуға йүгереп барһам, Дим ат өҫтөндә. Алай ҙ