Октябрьский ҡалаһында XXII Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурай байрамы уҙҙы. Сара “Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт һәм республика программаларын, “Мәҙәниәт” милли проекты өсөн шарттар булдырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында, шулай уҡ Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә ойошторолдо. Байрамда, ғәҙәттәгесә, "Бәйге" ҡурайсылар конкурсы үтә.Унда быйыл 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар иҫәбендә Салауат ҡалаһы балалар музыка мәктәбенең "Юлдаш" ҡурайсылар ансамбле лә булды. "16 йәшкә тиклемге ансамблдәр" номинацияһында "Юлдаш" өсөнсө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. 16 йәшкә тиклемге номинацияла солистар араһында Дилә Ғәбитова икенсе дәрәжә дипломант булды. Коллектив сәфәрҙе ойоштороуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла: Салауат ҡалаһының мәҙәниәт бүлегенә, Салауат музыка колледжы хакимиәтенә һәм Салауат дәүләт башҡорт драма театрына рәхмәт белдерелде. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен милли костюмдар биреп торған өсөн 25-се башҡорт гимназияһы һәм "Ағиҙел" мәҙәниәт һарайы хакими