Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мурмурация һеҙгә оҡшаймы?

Йөҙәрләгән-меңәрләгән ҡоштарҙың ҙур-ҙур төркөмдәргә тупланып, төрлө һындар рәүешен алып осҡанын күргәнегеҙ бармы? Улар берсә тығыҙ итеп бер урынға йыйыла, берсә ситкәрәк тарала ла тағы ойоша. Иҫ киткес матур күренештәр хасил була. Был фәнни телдә мурмурация тип атала икән. Ошо һоҡланғыс күренеште бөтә тәрәнлегендә аңлар өсөн ғалимдарға компьютер технологиялары ярҙамға килә. Шуныһы ғәжәп: тупҡа ойошоп осҡанда ла һәр ҡошҡа яҡты төшөп тора, береһе икенсеһенә ҡамасауламай. Был төркөмдә һәр ҡайһыһына тирә-яғынан мәғлүмәт йыйырға мөмкинлек бирә. Туп ниндәй генә рәүештә осмаһын, эсендәге бөтә ҡошҡа бар яҡтан да яҡты төшә, был тирә-яҡты байҡарға ярҙам итә. Видео: "ЗооПланета" төркөмөнән.