Еңеүҙән һуңғы йыл ауыл өсөн ауыр һәм ас булды. Өй беренсә кешеләрҙе ҡырып үлем йөрөнө. Мария Казанцева ғинуарҙа ирен ерләне, ә мартта ҡыҙы үлеп ҡалды. Анисья Захарованың кесе улы ас ҡышты имен сыға алды, ләкин йәйҙе күрә алманы. Әсәләр үле балаларының ҡаҡ һөйәк тәнен ҡосаҡлап иланы, ирҙәр бәләкәй табуттар эшләүҙән туҡтай алманы.
Ауыл яҙҙы көтә ине. Тал көсөкләне. Әлтүк ларҙы һепереп сығарып, һуңғы ондоң саңдығын йыйып алды. Сыра яндырып, баҙҙы тикшереп сыҡты – берәй нәмә ятып ҡалмағанмы? Келәттә имән мискәләр буш ауыҙҙарын асҡан. Мөгәрәптә лә кишер остоғо ла ҡалмаған. Былтыр йәй картуфты ҡырау һуҡты, уңышы булманы. Әлтүк түҙемһеҙлек менән йәш үлән сыҡҡанын көтә. Ас апрель тора ауылда!
Сегодня День рождения поэта, писателя, переводчика Дамира Шарафутдинова. В честь К сожалению, я успела мало с ним пообщаться. Он ушёл скоропостижно, не успев сделать задуманное. Светлая память талантливому писателю и переводчику.
Из СМИ:
"Дамир Мулкаманович Шарафутдинов родился 29 мая 1965 года в деревне Кунба Белорецкого района. Окончил Башкирский сельхозинститут. Работал главным зоотехником колхоза в Орловской области, заместителем редактора Белорецкой районной газеты «Урал», ответственным секретарем республиканской молодежной газеты «Йэшлек», журналов «Шонкар», «Тамаша» и «Аманат». Занимал должность ответственного секретаря в журнале «Агидель». Работал в жанрах поэзии, прозы. Занимался переводческой деятельностью."
Апрель аҙағында һыуҙар ташты. Зәңгәр күктә һабан турғайҙары сыңғырашты, тартай саҡыра башланы. Һабан турғайы менән яҙ килә, ти халыҡ. Тау итәгендә ҡояш яғында йыуа һабаҡтары күренде, һыу буйында балтырған менән кесерткән күренде. Һабантурғай йыры менән Тимофеевтар йортонда өмөт тә уянды.
Таң һыҙылыу менән Әлтүк баҫыуға ашыға. Ҡар аҫтында көҙҙән ҡалған башаҡтар табырға өмөтләнә ул. Ас халыҡ шуларҙы йыя. Аслыҡтан миктәгән Трифон ҡарт йәшкелт гимнастеркаһында оҙон сиңерткәне хәтерләтә.
– Ас һәм етем балаларҙы Ҡушйылғаға йыйғандар, тиҙәр. Дауаханала балалар өсөн лазарет ойошторғандар инде. – Трифон аңһыҙ бисәләргә хәл-торошто аңлатырға маташа ине. – Уларҙ ауыҙ-танауынан ҡан китә. Ангина тиҙәр. Бөтә палаталар ҙа тулы икән. Көндөҙ балаларҙы ҡояшҡа сығаралар. Ихатала теҙелешеп яталар, бахырҙар. Ҡош балалары һымаҡ, ауыҙҙары асыҡ, өндәшә лә алмайҙар.
– Утыҙ етенсе йылды иҫләйһегеҙме? – Әлтүк турайып, билен яҙып алды. – Улы йылды иген бик ныҡ уңды. Хеҙмәт көнөнә етешәр кило бойҙай бирҙеләр. Беҙҙең күрше хеҙмәт алдынғыһы ине, игенде “ҡыҙыл обоз” менән килтереп, өйө эргәһенә тау итеп өйөп киттеләр.
– Шулай шул, ул хеҙмәт алдынғыһының бит һарайы ла, келәте лә юҡ ине! – тип мығырҙаны Пелагея, Һонтор Егорҙың әбейе, бысраҡ кисеп йөрөп. – Уңышты һалыр урыны ла юҡ, өйө тирәләй ситән дә юҡ хатта! Бисәһе ауылда беренсе ялҡау ине.
– Әй, ҡыуандыҡ ул йылды, – тип яҡты хәтирәгә сумды Мария. – Иген һалмаған һауыт ҡалманы. Кирук минең ныҡ тырышҡайны ул көҙ. – Марияның тауышы ҡалтыранып китте. – Ә бөгөн нимә? – Ул усындағы бер нисә башаҡты күрһәтте. – Һанап сығырға була…
Әлтүк баҫыуҙан саҡ атлап ҡайтып етте. Шулай ҙа тапҡанына ҡыуана ине ул. Төйөп, әҙләп кенә ашҡа һалып торғанда, берәй аҙнаға етер.
Кисен Тимофеевтарға ҡобараһы осҡан Мария йүгереп килде. Күҙҙәре яна, сикәләре ҡыҙарып сыҡҡан. Үкһеү аша һүҙҙәрен саҡ әйтә алды ҡатын.
– Бәлә-ә, Әлтүк! Бородиндарҙың ике ҡыҙы ла ағыуланып үлгән! Башта ауыҙҙарынан, танауынан ҡан киткән, тиҙәр, ә унан… Бөттө. Кеше һөйләй, башаҡтар ағыулы, имеш. Ерҙән ағыу йыялар икән. Агриппина ул башаҡтарҙан икмәк бешергән, мин дә Христинка менән аш бешерҙем!..
Ул ултыра төштө лә илап ебәрҙе.
– Нишләйбеҙ инде хәҙе-ер? – Ул үләндәрҙе белгән, төрлө дауалар менән шөғөлләнгән күршеһенә өмөт менән ҡараны.Әлтүк йоҡларға ятҡан балалары эргәһенә йүгереп килеп, уларҙы ҡапшап ҡараны, бәләкәсенең эсен һыйпаны.
– Таня, эсең ауыртмаймы? Еля, ә һинең? Ҡоҫҡоң килмәйме?
– Бер ерем дә ауыртмай, – ул ҡобараһы осҡан әсәһенә йылмайып һәм аптырап ҡараны. Әллә ниҙә бер туйғансы ашай алды, ә хәҙер йоҡоһо килә.
– Ас килеш, күрәһең күп итеп ашағандар ҙа, ашҡаҙандарына көс төшкәндер, – тип ҡысҡырып һөйләнде Әлтүк. – Ата-әсәләре иҫән бит! Пелагеяның ире Һонтор Егорҙы иҫләйһеңме? Ул ҡырҡ бишенсе йылда трудармиянан ҡайтҡайны. Шунда ас килеш күп итеп тығынған да, эсәктәренә көс төшөп үлгәйне.
– Иҫләмәй әллә? Ябыҡ ине, һөлдә һымаҡ. Вахмин бабай ул трудармиянан һуң шулай уҡ саҡ аяғында тора ине – тире лә һөйәк. Тегендә аслыҡтан миктәттеләр, тип һөйләне. Халыҡ себен һымаҡ ҡырылған. Теге ваҡыт уны кейәүе Терентий Иванович ҡотҡарған: күп ашарға бирмәгән. Көнө буйы эргәһендә ҡарауыллап ашатҡан, һонтор Егор һымаҡ үлеп ҡуймаһын тип.
– Һин бит ул башаҡтарҙан икмәк бешермәгәнһең, ә ашҡа өҫтәгәнһең! – тип күршеһен тынысландырырға ашыҡты Әлтүк. – Мин дә кесерткән ашына ғына өҫтәнем. Ағартыр өсөн ике ҡалаҡ ҡына һалдым. Аш ҡайнағансы ағыуы сығып бөткәндер инде.
Мария тәрегә ҡарап суҡынып алды, күҙ йәштәрен һөрттө.
– Уф, ҡотом осто! Рәхмәт һиңә, Әлтүк, Хоҙай һаулыҡ бирһен. Ҡайтайым. – Ул ишек төбөндә туҡтаны. – Берек Алғала колхоз баҫыуында көҙгө картуф ҡалған тиҙәр. Иртәгә һәнәк, тоҡ алып барып, ҡаҙып ҡарайыҡ.
Саҡ яҡтыра башлағанда Әлтүк туң ерҙән йылға үренә атлай ине инде. Соҡорҙарҙа һәм йырындарҙа әле иреп бөтмәгән ҡар ағарып күренә. Полина менән Пантелей әсәләре артынан саҡ өлгөрөп килә. Таңғы һалҡын ел үҙәккә үтеп өшөттөрә. Баҫыуҙа тиҫтәләгән кеше соҡсона ла инде. Ҡалған картуф бүлбеләрен табыу өмөтө менән баҫыу тотош ҡаҙып сығылған. Кешеләр араһында ризыҡ эҙләп сәүкәләр ҙә эҙләнеп йөрөй. Улар ҙа, кешеләр һымаҡ, картуф эҙләй. Берәй нәмә табып алһалар, алып ҡасыу яғын ҡарайҙар. “Кит бынан, бур!” – тип уларҙы ҡыуа Пантелей.
– Ҡарттар һөйләүенсә, сәүкәләр ергә төшһә, яҙ тиҙ килә, – тип аңлатты Әлтүк. – Ә оя ҡора башлаһалар – яҙ оҙон була тиҙәр.
Сабата кейгән Полина менән Пантелей, бысраҡ кисеп бик оҙаҡ йөрөп, ике биҙрә картуф йыйып алды. Әлтүк бүлбәләрҙе һыуыҡ һыуҙа йыуҙы. Һыуыҡтан ҡулдары бер ни һиҙмәй башланы, шулай ҙа улар үҙҙәрен бәхетле тойҙолар.
Кисен Әлтүк картуфтан күмәс бешереп, балаларын ҡыуандырҙы. Бигерәк тәмле ине картуф ҡоймағы! Был кисте өйҙә картуф һәм балыҡ майы еҫе аңҡып торҙо. Еля балыҡ майын яратмай ине, әсәһе уға рахиттан һаҡлар өсөн ошо мал ризығын ашатҡанда, ҡоҫоп ебәрерҙәй була торғайны.
Әлтүк балалары менән картуф ҡаҙырға тағы бер нисә көн йөрөнө. Аҙаҡ баҫыу ҡаҙылып бөттө. Ас балаларын ҡайғыртыу уны һаман эҙләнергә мәжбүр итте. Бөтә тирә-яҡты йөрөп сыҡтылар. Өсөнсө көндә Малтабар тигән урында һалам әүрәүенә юлыҡтылар.
– Һә-әй, юллыҡлы кешеләр ҙә инде беҙ, Әлтүк! – тип шатлығын йәшермәне бергә килгән Пелагея.
– Ҡарлағандар бында ҡыш көлтәләрҙе һуҡҡандарҙыр, моғайын. Әүрәүе күп. Иләп сыҡһаҡ, яҙға тиклем етер ине. Ашҡа ла етер, көлсә лә бешерербеҙ. Ҡотолдоҡ, былай булғас! – Әлтүк мәкинәне әүәләп, усына һалып өрөп ҡараны.
– Икебеҙгә лә етер, – тип ҡыуанды алтын тапҡандай ҡыуанған Пелагея, – балаларым астан үлмәҫ хәҙер.
Был ожмах утрауын улар бөртөгөнә тиклем ерҙән аралап, иләп, елгәреп сыҡты. Әлтүк өйгә ике тоҡ кәбәк алып ҡайтты. Тышҡа бүлектәр йәйеп, арпаны киптереп алдылар. Пантелей әсәһе менән баҫыуға йөрөгәндә Еля кибеп ятҡан кәбәкте турғайҙарҙан һаҡлап торҙо. Ҡырылған башына ҡалын яулыҡ бәйләп, йоҡа күлдәге тышынан оҙон елән кейеп, ул һыйырҙы тауға йөрөттө. Ҡояш яғынан ирегән тау битләүендә бала-саға күп ине. Мал былтырғы ҡауланды ашай, һирәкләп күренгән йәшел ҡыяҡтарға үрелә, ә балалар йыуа ашап мөрхәтһенә. Уның әсе һуты асығыу тойғоһон баҫмай, әлбиттә, киреһенсә, буш ҡорһаҡты яндыра ғына.
– Иртәләгәнһегеҙ бөгөн, – Еля әхирәттәре Маня менән Феня янына ултырып, өшөгән аяҡтарын апрель ҡояшына һуҙҙы.
– Ә һин оҙаҡ хырылдайһың, – Маня ябыҡ йөҙөн уға бороп йылмайған булды.
– Бөгөн шундай йылы. – Феня һипкелле йөҙөн ҡояшҡа ҡаратып, һирәк үләнле ергә йәйелеп үк ятты. – Тиҙҙән йәй етә! Әсәйем әйтә, әгәр был ҡышты ла имен-аман сыҡҡас, артабан үлмәҫбеҙ, ти.
– Баҫтырыш уйнайыҡмы? – тип уларға Христинка йүгереп килде. – Кем эйә?
– Мин түгел! – тип һикереп торҙо Еля, уйнарға ризалығын белдереп.
Көтөүҙә йөрөгән малды күҙ уңынан ысҡындырмай, ҡыҙҙар күңелле уйынға ҡушылып китте. Уйын әҙерәк булһа ла ашағы килеү теләгенән арындырып, онотолоп торорға ярҙам итә.
Ҡояш үҙенең мәңгелек ҡулсаһын ослап, байыуға йүнәлде. Аҫта, йылға буйында, емерек һалам баштарын ялбыратып, хәлһеҙ ауыл ята. Ҡояш байышында ятҡан зыяраты ғына шаҡтай ҙурайҙы быйыл. Аҡ ҡайындар араһында яңы ҡәберҙәрҙең тупрағы бигерәк асыҡ күренә. Ҡайтырға сыҡҡан ҡыҙҙар өҫтән ҡарағанда ана шул күренеште күҙәтте.
Перевод-Дамир Шарафутдинов
предыдущая глава
продолжение
Бумажные книги можно заказать по почте kabelikivi@yandex.ru
ТЫ ЛУЧШЕ ВСЕХ (НАЧАЛО)