“Атлантида Русского Севера” һәм "Сказки о маме” фильмдарын төшөрөүсе SIRIN CINEMA студияһы “Тонкой нитью” тип исемләнгән яңы фильмын тәҡдим итә. 31 майҙа Мәскәүҙә, Октябрь Каро кинотеатрында премьера үтәсәк. Артабан кино илдең бөтә ҡалаларында ла күрһәтеләсәк. Фильм биш өлөштән тора. Биш төрлө халыҡтың мәҙәниәтен, асылын сағылдырылған киноның бер өлөшө Ейәнсура районының Юнай ауылында төшөрөлгән. “Үткән йәй Ейәнсура районы башлығы һәм Юнай, Үтәғол ауылдары халҡы ярҙамында документаль-нәфис фильм төшөрөлгәйне. Мин Юнайҙың һауаһы, һыуы, мәҙәниәте менән һуғарылғанмын. Һәр йәй олатай-өләсәйем янында үҫтем, әле лә традицияны һаҡлап, йәй һайын киләм. Хәҙер инде үҙемдең балаларым менән”, – тип бүлеште төп ролдәрҙе башҡарыусыларҙың береһе, этнограф, костюмдар буйынса рәссам Сәлимә Усманова. “Тонкой нитью” Рәсәйҙең биш үҙенсәлекле төбәгендә йәшәүселәр ҡатнашлығында нәфис кино, документалистика һәм импровизацияны бәйләй. Фильм геройҙары, рәссамдар һәм модельерҙар, юғалып барған мәҙәниәтте сағылд