«Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан продукцияһын ҡытай маркетплейстарында алға һөрөү алымдарын тикшерҙеләр. Сессияны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы, шулай уҡ РФ Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Ҡытайҙағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле сығыш яһаны. - Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса 17 халыҡ-ара электрон сауҙа майҙансығында Башҡортостандың 50-нән ашыу уникаль компанияһының 750-гә яҡын тауары урынлаштырылған. Уларҙы һатыу күләме 2,8 миллион долларҙан ашып киткән, ә экспорт географияһы 32 ил тәшкил иткән. Маркетплейстар үҙҙәрен тиҙ һәм еңел һатыу майҙансығы итеп күрһәтте һәм сит ил баҙарында үҙ брендын танытыуҙың популяр ҡоралы булып тора. Башҡортостан тауарҙары өсөн ҡытай маркетплейстарында махсус бит асыу етештереүселәребеҙгә үҙ продукцияһын Ҡытай баҙарына һөҙөмтәлерәк тәҡдим итергә мөмкинлек бирәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. - Электрон коммерция йәһәтенән Ҡытай - үҙенсәлекле ил, сөнки һатыуҙарҙың күпселек өлөшө тап маркетплейстарҙан бара. Был йүнәлештең перспективалы булыуын һәм булған трендтарҙы иҫәпкә алып, Экспортҡа булышлыҡ итеү төбәк үҙәге Башҡортостан етештереүселәренең продукцияһын ҙур халыҡ-ара ҡунаҡхананың классик һәм хәләл витриналарына урынлаштыра һәм компанияларыбыҙҙың продукцияһы менән таныштырып, тура эфирҙар үткәрә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты