Яңы уҡыу йылында Туймазы ҡалаһында Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы нигеҙендә медиакиңлек асырға уйлайҙар. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) аша тормошҡа ашырыла. Мәғлүм булыуынса, ул да, башҡалары кеүек, дәүләт башлығы В.В. Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы барлыҡҡа килгәйне. Бөгөнгә ҡорамалдар һатып алынған да инде. Улар ярҙамында балалар сюжеттар һәм йәнһүрәт персонаждарын ижад итә аласаҡ. Яңы кабинетта балалар видео төшөрөү алымдарына, анимация, роликтар һәм йәнһүрәттәр эшләргә өйрәнәсәк. Уҡыусылар ижади мөмкинлектәрен ҡуллана, үҙҙәрен сценарист, режиссер һәм рәссам булараҡ һынап ҡарай аласаҡ. Проект һәр балаға үҙенең анимация фильмын төшөрөп ҡарау форсатын бирә. Фото: tuvest.ru