27 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «ГЕНТЕХ» ғаилә фестиваленең пленар ултырышында ҡатнашты. Сара «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында «Арт-квадрат» ижади киңлек майҙансығында үтте. Форумдың маҡсаты - Рәсәйҙең генеалогия һәм тарихи мираҫты һаҡлау өлкәһендә иң яҡшы проекттарын, тәжрибәләрен һәм программаларын асыҡлау һәм популярлаштырыу. Пленар ултырышта билдәле ғалимдар, эшҡыуарҙар, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Фекер алышыу алдынан төбәк етәксеһе тематик майҙансыҡтарҙы ҡараны, «ГЕНТЕХ» форумын ойоштороусылар һәм ҡунаҡтар менән аралашты. Бында йәшәүселәр өсөн лекторий, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Шулай уҡ сара сиктәрендә персональ ҡабул итеүҙәр серияһы ойошторолдо, унда килеүселәр тарихсыларҙан генеалогия өлкәһендә консультациялар алды. Форум инициаторҙарының береһе, «Йәшәү проекты» генеалогия үҙәге етәксеһе Виктория Салтыкова һөйләүенсә, «ГЕНТЕХ» проектына -дүрт йыл. 2023 йылда Рәсәй төбәктәрендә лә ошондай фестиваль уҙғарырға хәл иткәндәр. Һәм беренселәрҙән булып уны Башҡортостан ҡабул итә. Форумдың пленар ултырышындағы сығышында республика Башлығы Башҡортостанда ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә һәр саҡ ҙур иғтибар бүлеүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ләкин хәҙерге осорҙа халыҡҡа үҙ тарихын тәрәнерәк өйрәнергә ярҙам итеү бик мөһим. - Рәсәй кешеһе өсөн шәжәрәңде белеү мөмкинлегенең ни тиклем мөһим булыуын иҫбатларға кәрәкмәйҙер, моғайын. Шул уҡ ваҡытта күпмелер ваҡыт эсендә беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙең ярайһы ҙур өлөшөндә был мәҙәниәтте юғалттыҡ. Иң яҡшы осраҡта өләсәй-олатайҙарыбыҙҙы беләбеҙ. Хәҙер йәмғиәтебеҙҙә бындай белемгә ихтыяж бар, - тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе быуындар күсәгилешлеге, ата-бабалар тарихын ихтирам итеү менән бәйле Башҡортостан халыҡтары үҫешенең үҙенсәлектәрен айырып билдәләне. - Башҡорттарҙа “шәжәрә” йәки “генеалогик ағас” тигән төшөнсә бар. Йәғни башҡорттар һәм башҡа күсмә халыҡтар ата-бабалары хаҡында архивта сағылғанға ҡарағанда тәрәнерәк белгән. Беҙҙә риүәйәттәр, хикәйәттәр, эпос та бар. Былар барыһы ла - беҙҙең иҫ киткес ҙур матди булмаған мираҫыбыҙ. Башҡортостан Башлығы форумды ойоштороусыларға рәхмәт әйтте һәм республиканың тикшеренеү һәм аң-белем таратыу проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын өҫтәне. Атап әйткәндә, Башҡортостанда генеалогия музейын булдырыу башланғысын ҡарайҙар. Өфөнән эшҡыуар һәм рәссам-декоратор Лира Сөләймән форумда ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. - Был ҡыҙыҡлы идея. Башҡортостанда бер нисә музей объектын төҙөргә ниәтләйбеҙ. Генеалогия музейына ла майҙансыҡ табырға тырышасаҡбыҙ. Был ғаилә тарихын өйрәнеүгә фәнни ҡараштың бер ысулы буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. Фото: glavarb.ru