Өфөлә барған “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе майҙансыҡтары төрлө ҡыҙыҡлы саралар, осрашыуҙар шауҡымы аҫтында гөрләп тора. Бөгөн, 26 майҙа, төрлө сәхнәләрҙе бихисап саралар үтте. Беҙ уларҙа ҡатнашыусылар менән осрашып, ошо байрам, Өфө, Башҡортостан тураһында тәьҫораттар, фекерҙәр менән уртаҡлаштыҡ. Бикә Ҡолончакова - Дағстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы байрамда нуғай телендә сығыш яһаны, беҙҙең менән әңгәмә барышында ла туған телендә яуап бирҙе. Әйтергә кәрәк, телдәребеҙ бик яҡын һәм оҡшаш. - Миңә, иң тәү сиратта, сараның исеме “Китап байрамы” тип аталыуы оҡшаны. Был үҙе үк китапҡа, нәфис әҙәбиәткә, һүҙ сәнғәтенә ихтирам-хөрмәтте күрһәтә. Икенсенән, халыҡтың күп булыуын, кешеләрҙең ғаиләһе, балалары менән килеүен күреп ҡыуандым. Сауҙа рәттәре буйлап йөрөгәндә ололарҙың да, йәштәрҙең дә, хатта бәләкәй балаларҙың да китап һатып алыуы шатландырҙы. Яҙыусы булараҡ, туған телдәр, милли нәшриәт һәм баҫмалар яҙмышы ныҡ борсой. Артыҡ күп һанлы халыҡ булмаһаҡ та, телебеҙҙе һаҡлап йә