Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хельсинкиҙан 40 километр алыҫлыҡта хеҙмәт иткән

Армияла булған егеттәрҙе элек-электән донъя күреп ҡайтҡан, сыныҡҡан тиҙәр. Ишембай районының Алаҡай ауылында йәшәүсе Михаил Скорняков та бала сағынан хәрби хеҙмәткә барам , тигән маҡсат менән үҫә. Һәм 18 йәше тулыу менән ул армияға саҡырыла. –1984 йылдың 7 ноябрендә хәрби хеҙмәткә алындым. Таллиндың сик буйы отрядында хеҙмәт иттем. Уҡыу курстарын үткәндән һуң, Прангли утрауына эләктем. 2-се сик буйы заставаһында “Кредо” ер өҫтө разведкаһы станцияһы командиры сифатында хеҙмәт иттем. Был утрау Финляндияның Хельсинки ҡалаһынан 44 километр ғына алыҫлыҡта ине. Маҡсат сик буйын тәртип боҙоусыларҙан һаҡлау ине һәм был бурысты намыҫ менән үтәнем, – тип һөйләп алып китте йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп әңгәмәсем. Яҡшы хеҙмәте өсөн Ватан һаҡсыһының күкрәген I һәм II дәрәжә сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы кеүек наградалары биҙәй. Сержант званиеһында үтәп сыға ул үҙенең ил алдындағы бурысын. –Элек армияға бармау егет өсөн хурлыҡ була торғаны. Олатайым да хеҙмәттә булды. Атайым Һарытау өлкәһендә ст

Армияла булған егеттәрҙе элек-электән донъя күреп ҡайтҡан, сыныҡҡан тиҙәр. Ишембай районының Алаҡай ауылында йәшәүсе Михаил Скорняков та бала сағынан хәрби хеҙмәткә барам , тигән маҡсат менән үҫә. Һәм 18 йәше тулыу менән ул армияға саҡырыла. –1984 йылдың 7 ноябрендә хәрби хеҙмәткә алындым. Таллиндың сик буйы отрядында хеҙмәт иттем. Уҡыу курстарын үткәндән һуң, Прангли утрауына эләктем. 2-се сик буйы заставаһында “Кредо” ер өҫтө разведкаһы станцияһы командиры сифатында хеҙмәт иттем. Был утрау Финляндияның Хельсинки ҡалаһынан 44 километр ғына алыҫлыҡта ине. Маҡсат сик буйын тәртип боҙоусыларҙан һаҡлау ине һәм был бурысты намыҫ менән үтәнем, – тип һөйләп алып китте йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп әңгәмәсем. Яҡшы хеҙмәте өсөн Ватан һаҡсыһының күкрәген I һәм II дәрәжә сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы кеүек наградалары биҙәй. Сержант званиеһында үтәп сыға ул үҙенең ил алдындағы бурысын. –Элек армияға бармау егет өсөн хурлыҡ була торғаны. Олатайым да хеҙмәттә булды. Атайым Һарытау өлкәһендә старшина булып ил алдындағы бурысын үтәне. Шуға мин дә алдан армияға әҙерләнем . Үҙем дә улдарыма өлгө булырға тырыштым. Әле өлкән улым хеҙмәт итеп ҡайтып, махсус хәрби операция биләмәһенә контракт буйынса юлланырға ниәтләй, – тине ул. Сик буй һаҡсылары көнөн Михаил Борисович айырыуса көтөп ала. Быйыл Рәсәйҙең Сик буйы ғәскәрҙәренең 105 йыллығы уның өсөн айырыуса иҫтәлекле. –Ғәҙәттә, был көндө дуҫтар,хеҙмәттәштәр менән осрашабыҙ.Элек Салауат ҡалаһында йәшәгәс, ундағы Мәңгелек ут янында булабыҙ. Беҙҙең аранан мәңгелеккә киткән егеттәрҙең ҡәберҙәренә барып , уларҙы ла хәтергә алабыҙ.Сик буйы һаҡсыһы булыу – минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Байрам көнөндә ҡала буйлап атлағанда ла, башҡаларҙың һоҡланыулы ҡарашын тоям, ҡотлауҙарын ҡабул итәм. Байрам менән хеҙмәттәштәремде ҡотлайым, барыһына ла һаулыҡ теләйем, –тигән изге теләктәрен дә еткерҙе әңгәмәсем. Элек Салауат ҡалаһында йәшәһә лә, ваҡыт үтеү менән уның күңеле тыуған ауылына тартыла.Бөгөнгө көндә өләсәһенең нигеҙен һыуытмай ғүмер итә.Уның йәш быуынға әйтер теләктәре лә бар: –Армиянан ҡурҡырға кәрәкмәй. Егет кешегә ул файҙаға ғына. Унда ул ысын ир булып ҡайта, –тине Михаил Борисович. Борон борондан ирҙәр ил терәге булған. Ил өсөн ауыр мәлдәрҙә лә тап көслө заттар уны һаҡлауға сафҡа баҫа. Автор фотоһы.