Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Сибайҙа «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә үткән «Глобаль үҙгәрештәрҙә яңы үҫеш мөмкинлектәре» пленар ултырышында ҡатнашты. Андрей Назаров инвестиция һабантуйының тәү сиратта ошо биләмәгә баҫым яһау өсөн уҙғарылыуын билдәләне. Быйыл форумда 8 илдән 3,5 мең вәкил ҡатнашҡан. Форум Урал аръяғын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр. - Бынан бер нисә быуат элек Башҡортостандың Урал аръяғы Көньяҡ Уралда иң инвестиция йәлеп итеүсән урындарҙың береһе булыуын барыһы ла белмәйҙер ҙә, моғайын. Йөҙ йыл элек ямғырҙан һуң бында бәшмәк кеүек рудниктар, фабрика-заводтар үҫеп сыҡҡан. Инвестиция форумы арҡаһында һуңғы дүрт йылда Урал аръяғына йәлеп ителгән инвестиция күләме 82 миллиард һумдан ашҡан. 200 инвестиция проекты тормошҡа ашырыған. Уҙған йылда ғына 87-һе тамамланған. Санкция сикләүҙәренә ҡарамаҫтан, эш әүҙемлеге кәмемәй. Әлеге ваҡытта 150 миллиард һумдан ашыу суммаға 198