Динь Ян З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт университетында уҡый, хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белемен камиллаштыра. Тәрән баритон менән Динь Ян төрлө әҫәрҙәр башҡара. Китап-байрамы сиктәрендә үткәрелгән сәсәндәр фестивалендә Рәми Ғарипов ижад иткән «Сыңрау Торна» ҡобайырын башҡарып тамашасыларҙы хайран итте ул. — Башҡортостан һәм Өфө ҡалаһы тураһында мин уҡытыусымдан белдем. Уҡытыусым бында конференцияла ҡатнашҡандан һуң З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтындағы музыкаль кимәлгә юғары баһа бирҙе һәм мин бында уҡырға булдым. Университеттың музыкаль кимәле Ҡытайҙыҡы менән сағыштырғанда, күпкә юғарыраҡ. Рус телен бөтөнләй белмәй инем. Тәүҙә инглиз телендә һөйләштем. Бер-ике айҙан икмәк-тоҙлоҡ рус телендә һөйләшә башланым. Хәҙер ирекен аралашам. Чайковский Әҫәрҙәрен башҡарырға яратам, репертуарымда рус халыҡ йырҙары, башҡорт телендә ике йыр бар. Башҡортостанда тағы ике йыл самаһы уҡыясаҡмын. Рус мәҙәниәтенә һәм теленә һөйөүҙе миңә олатай-өләсәйем уятты. СССР осоронда ҡытайҙар рус телен күпләп өйрәнде. Улар рус телендә яҡшы һөйләшәләр. Өйҙә ҡытай теленә тәржемә ителгән рус әҙәбиәте күп. Николай Островскийҙың «Ҡорос нисек шымартылды» — минең иң яратҡан баҫмам. Максим Горький Ҡытайҙа бик популяр, - тип һөйләне Динь Ян.