Башҡортостанда «Сибай - Яңы рудный» тимер юлын төҙөү планлаштырыла. Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән «ВЭБ Инфраструктура» акционерҙар йәмғиәте («ИнфраВЭБ» акционерҙар йәмғиәте) араһында ошо проектты тормошҡа ашырыу буйынса тейешле килешеү V «Урал аръяғы - 2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында төҙөлдө. Проектты тормошҡа ашырыу республика һәм тотош ил күләмендә һиҙелерлек синергетик һөҙөмтә бирәсәк. Тимер юл төҙөлөшө Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенкоға тәҡдим ителгән Башҡортостандың биш «алға китешле проекты» иҫәбендә. Тимер юл Урта һәм Төньяҡ Уралдың көнсығыш райондарының тура бәйләнешен тәьмин итәсәк. Улар араһында - Силәбе йөк тейәгән тимер юл узелы. Юл Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе биләмәһенән үтеп, эшкәртеүсе предприятиелар, шул иҫәптән Сибай һәм Бүребайҙағы төҫлө металл ятҡылыҡтарын - Подольск, Төньяҡ Подольск, Көнсығыш Подольск һәм Юбилейныйҙы тоташтырасаҡ. - Бында перспективалы ятҡылыҡтарҙың дөйөм запасы 200 миллион т