Найти тему
Башҡортостан гәзите

Биоинженерия үҙәге буласаҡ

Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы - бер үк ваҡытта бер нисә вуз файҙаланған биләмә. Башҡорт дәүләт медицина университетына ике ҡат – 4-се һәм 5-се ҡат бүленгән. Унда «Фарма-үҙәк» һәм «Биоинженерия үҙәге» урынлашасаҡ. Яңы медицина структуралары алдынғы медицина технологиялары лабораторияларын үҙ эсенә ала. «Биоинженерия үҙәге - тиҙ үҫешеүсе медицина өлкәһе. Биологик һәм синтетик медицина материалдары етештереүҙә импортты алмаштырыусы технологиялар әҙерләү ошо үҙәктең төп бурысы буласаҡ. Биоинженерия, заманса компьютер технологиялары һәм молекуляр генетика алымдарын берләштереү һөҙөмтәһендә яңы мөмкинлектәр бирәсәк. Тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре - күҙәнәк структуралары һәм органдары етештереүҙең күҙәнәк технологиялары, биопринтинг, биойыйҙырышлы импланттар етештереү. Үткәрелгән тикшеренеүҙәр нигеҙендә үҙәктә регенератив медицина, травматология, урология, онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау өсөн яңы материалдар булдырыуҙың үҙенсәлекле Рәсәй технологиялары әҙерләнәсәк. Фото: pravitelstvorb.ru