Кисә, 26 майҙа «Китап-байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда фестивалдең төп бурыстары һәм республиканың мәҙәни тормошонда уның роле хаҡында һөйләне. - Фестивалдең беренсе көнө бик мөһим. Өфөлә ҡыҙыҡлы саралар үтә. Сарала ҡатнашыусылар даирәһенең бик киң булыуы мөһим. Бында китап нәшер итеүселәр һәм әҙәби клубтар күп. Беҙгә Көньяҡ Африка Республикаһынан, Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан, Белорусь Республикаһынан делегациялар килде. Ҡунаҡтар араһында Беларусь Республикаһынан Беларусь Яҙыусылар союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары Елена Анатольевна Стельмах та бар. Йәрминкә өс көн барасаҡ, һәм беҙҙең маҡсат - китап менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн уның программаһына мөмкин тиклем күберәк балаларҙы йәлеп итеү. Совет майҙанында шулай уҡ ҡыҙыҡлы саралар күп. Бынан тыш, фестиваль танылған шағир һәм яҙыусыларыбыҙға ла сығыш яһарға мөмкинлек бирҙе. Улар майҙансыҡта үҙҙәренең әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыясаҡ. Бер үк ваҡытта күргәҙмә йәш мәҙәниәт