Сибай ҡалаһында ике көн дауамында үткән "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы бөгөн Әбйәлил районында дауам итә. Сарала ҡатнашыусылар Әбйәлил районының йәмле Айҫырбатҡан утары буйында ойошторолған район һабантуйында ҡатнаша. Әбйәлил районы һабантуйына республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡатнашты. Ҡунаҡтар иң тәүҙә бер - бер артлы теҙелгән тирмәләр буйлап үтте. Һәр район үҙ төбәгенә генә хас йолаларын күрһәтте, йыр -моңдарын, милли ризыҡтарын тәҡдим итте. Байрамдың рәсми өлөшөн район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов асып, ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Райондың бер төркөм алдынғы хеҙмәткәрҙәре республика һәм район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Сараның иң тулҡынландырғыс мәле - халыҡ Әбйәлил районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Әле һабантуй майҙанында ат сабыштары, "Ылаҡ", "Ауҙарыш"кеүек милли уйындар, милли көрәш, спорт ярыштары, концерт номерҙары бара. Был юлы ла Әбйәлил халҡы үҙенең йыр-моңға бай икәнлеген иҫбатланы: бай композиялы театрлаштырылған тамашала райондың шанлы һәм данлы тарихы, бөгөнгө йәшәйеше сағылдырылды. Дәртле бейеү-йырҙар башҡарылһынмы, сәхнәлә спортсылар спорт төрҙәрен күрһәтһенме, сәләмәт тормошто үҙ итеүселәр скандинавса атлауҙы пропагандалаһынмы - барыһы ла юғары кимәлдә булды. Шулай уҡ һабантуй биләмәһендә балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, сауҙа нөктәләре, туҡланыу урындары эшләй.