Найти тему
Башҡортостан гәзите

Законһыҙ сүплектәрҙе таҙарталар

Башҡортостанда "Экология" милли проектының «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә ҡала эстәрендәге законһыҙ сүплектәрҙе юҡ итеү дауам итә. Мәҫәлән, шуларҙың береһе - Дәүләкән эсендә. Сүплектең майҙаны 3,7 гектар тәшкил итә, бында 143 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылған. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта рекультивацияның техник этабы дауам итә - сүплек формалашҡан, ҡомло балсыҡтың тәүге ҡатламын һалыу тамамланған. Киләһе этапта биологик стадияны ғәмәлгә ашырыу - тупраҡты күп йыллыҡ үләндәр сәсеүгә әҙерләү башлана. Эштәр ағымдағы йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Бынан тыш, Благовещен, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Күмертау ҡалаларында йәнә 5 законһыҙ сүплекте юҡ итеү буйынса эштәр алып барыла. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылда тормошҡа ашырыла башланы. Фото: zapovednik-khakassky.ru