"Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Үҫеш корпорацияһының яңы офисында - Урал аръяғын үҫтереү дирекцияһында булды. Уның төп бурыстары - инвесторҙар йәлеп итеү, проекттарҙы, 2030 йылға тиклем Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ ҡылыу. Төбәк Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов хәбәр итеүенсә, офис белгестәре инвесторҙар, бизнес-шәрифтәр һәм урындағы предприятиелар менән даими эш итәсәк. Билдәләп үтәйек, Урал аръяғын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү стратегияһына 175 миллиард һумдан ашыу суммаға проекттар һәм саралар ингән. Атап әйткәндә, документ төбәктең бер нисә өлкәлә үҫешен күҙ уңында тота. Улар - рекреацион сектор, ауыл хужалығы, социаль инфраструктура, индустриаль хәүефһеҙлек, транспорт. Сибай - Подольск - Новорудная тимер юлы линияһын, энергия менән тәьмин итеү объекттарын төҙөүгә, шулай уҡ туристик-рекреацион типтағы "Урал" махсус иҡтисади зонаһын булдырыуға айырыуса иғтибар бүленәсәк.