Башҡортостанда яһалма интеллект технологиялары нигеҙендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш» төбәк программаһы сиктәрендә «Инсульттар мониторингы үҙәге» пилот проекты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Республика дауаханаларынан мәғлүмәттәр Өфө ҡалаһының ашығыс ярҙам клиник дауаханаһына киләсәк, уның белгестәре яһалма интеллект ярҙамында дауалау алымын билдәләргә ярҙам итәсәк. Һаулыҡ һаҡлауҙа өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе - инсультты тиҙ һәм теүәл асыҡларға ярҙам иткән методикаларҙы белгән табиптарҙың квалификацияһын күтәреү. Ошоға ярашлы Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһы белгестәре (тиҙҙән уның базаһында яһалма интеллект файҙалана башлаясаҡ), нур диагностикаһы табиптары һәм Бөрө үҙәк район дауаханаһы неврологтары өсөн уҡытыу семинары үткәрҙе. Яҡын арала республикала ошондай бер нисә сара үткәреү планлаштырылған, был табиптарҙың квалификацияһын күтәреүгә һәм халыҡтың инсульттан үлем осраҡтарын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Мә