Өфөлә «Һанлы иҡтисад» милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында LTE технологияһы буйынса мәғлүмәттәрҙең тәьмин ителеш тиҙлеге 60 процентҡа артҡан. Был турала Башҡортостандың һанлы үҫеш министрлығы хәбәр итә. «Баш ҡала үҙәгендә һәм уның ситендә, халыҡ, туристар һәм бизнес өсөн тиҙлекле интернеттың булыуы - мотлаҡ шарт һәм өҫтәмә уңайлыҡ, сөнки хәҙер бөтәһе лә мобиль элемтә менән файҙалана. Бизнес өсөн был бигерәк тә үҫеш һәм уңыш. Республикала мобиль япманы киңәйтеү, булған селтәр тиҙлеген оптималләштереү, элемтә операторҙарының ҡорамалдарын яңыртыу өҙлөкһөҙ алып барыла», - тип билдәләй төбәк дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиев. Яңыртыу тарихи һәм эшлекле үҙәккә лә, Өфөнөң алыҫ райондарына ла ҡағылған. Торлаҡ кварталдары, сауҙа комплекстары, предприятие биналары, уҡыу йорттары, парктар, шифаханалар интернет үткән зонаға ингән. Шулай уҡ мегаполистың төп транспорт төйөндәре - аэропортҡа, авто- һәм тимер юл вокзалдарына айырым иғтибар бүленгән. «Һанлы и