Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Шамрат яңырһын, сабыйҙар тыуһын, йәштәр ҡайтһын ...”

Ҡариҙел районында Фәнил Юнысовты эшҡыуар булараҡ ҡына түгел, тыуған төйәгенә әүҙем ярҙам иткән кеше булараҡ та яҡшы беләләр. Ул рухлы, тыуған яғын ихлас яратҡан, ысын илһөйәр уҙаман. Ауылдағы бер ваҡиға ла уның ҡатнашлығынан башҡа уҙмай. Фәнил Нуриман улы үҙ аҡсаһына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәйкәл, фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөттө, ауылдаштары ҡатнашлығында өс тораҡта зыяраттарҙы кәртәләне, эшҡыуар ярҙамы менән мәсет, ауыл клубы ремонтланды, Йөрүҙән аша һалынған күпер үҙгәртеп ҡоролдо, урамдар төҙөкләндерелде. Уның башланғысы менән барлыҡҡа килгән спорт майҙанына ҡарап тороу күңелле, унан йәштәр, бала-саға өҙөлмәй. Ҡыш булһа, эшҡыуар ҡар таҙарта, яҙ һайын өмөләр ойоштора. Ауыл байрамдары, спорт ярыштарын ойоштороусы ла, спонсоры ла ул. Спортсылар һәм тамашасыларҙы күңелле табын артында һыйларға ла ғәҙәтләнгән. “Мин Шамратта тыуғанмын, бында өләсәйем йәшәне, – тип һөйләй Фәнил Нуриман улы. –Себерҙә эшләгәндән һуң тыуған яҡҡа ҡайтып, урмансы булып урынлаштым, 2007 йылдан эшҡыуармын. Мөмкин булғанса ауылдаштарыма ярҙам итергә тырышам, эштәре булһын, ауыл матурланһын, балалар үҫһен, йәштәр тыуған яғына ҡайтһын өсөн. Эшҡыуар “Атайсал” проектын ысын күңелдән яҡлай, бик мөһим башланғыс, тип иҫәпләй. Уның изгелекле һәм эшлекле кешеләрҙе бергә туплаясағына ышана. Фото: “Ҡариҙел” гәзите.