Башҡортостандың Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы «Ҡурай» паркын «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса төҙөкләндерәләр. Был хаҡта төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә. Эштәр тамамланғас, йәмәғәт биләмәһендә мәҙәни саралар уҙғарыу өсөн ҙур сәхнә һәм балалар майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Төҙөкләндереү эштәрен август айында тамамларға ниәтләйҙәр. «Район халҡының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проектында әүҙем ҡанашыуы һөҙөмтәһендә беҙҙең тораҡ пункттарҙың йөҙө үҙгәрә. Шуныһы мөһим: Әбйәлилдәр ниндәй объекттарҙың уңайлыраҡ, матурыраҡ, хәүефһеҙерәк буласағын үҙҙәре һайлай. Төҙөкләндереү буйынса бөтә эштәр сифатлы башҡарылырға һәм ваҡытында тапшырылырға тейеш», - тип билдәләй район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Мәхийәнов. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының төп бурыстарының береһе - ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы ҡалаларҙы төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә й