Сания Ғәлина Хәйбулла районың Аҡъяр балалар моделле китапханаһында ике тиҫтә йылға яҡын эшләй. Райондың тәжрибәле китапханасыларының береһе булған Сания Зыя ҡыҙы йәш китап уҡыусылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Бөгөн китапханалар китап биреү менән генә сикләнмәй, уларҙың эшмәкәрлек даирәһе күпкә иң. Әленән-әле төрлө кисәләр, мауыҡҡтырғыс саралар, уйындар, осрашыуҙар үткәрә. Бындай сараларҙа Сания Зыя ҡыҙы сценарий яҙыусы, кисәләрҙе алып барыусы, декорация эшләүсе лә. Һуңғы йылдарҙа китаптарҙы уҡыуҙы һәм китапхана хеҙмәттәрен популярлаштырыу йәһәтенән интернет киңлектәрен әүҙем яулай китапханасылар. Бында инде Сания Зыя ҡыҙының эше баһалап бөткөһөҙ ҙур : төрлө видеороликтар, буктрейлерҙар эшләү оҫтаһы ул. Был хаҡта район, республика, Рәсәй кимәлендә үткән һөнәри бәйге-конкурстарҙа яулаған призлы урындары дәлилләй. Мәҫәлән, Рәсимә Ураҡсинаның 70 йыллыҡ юбилейына арналған республика конкурсында – беренсе урын, Мәҙәниәт министрлығы ойошторған “ Минең Башҡортостан” виртуаль видео-энцикло