Бөгөн Китап байрамы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы "Бергә уҡыйбыҙ. Балалар өсөн тактиль китаптар» конкурсына йомғаҡ яһаны. Конкурстың маҡсаты - күреү һәләте насар булған һәм һуҡыр балалар өсөн ҡыҙыҡлы, уңайлы һәм хәүефһеҙ китап эшләү ине. Бөтә республиканан китапхана хеҙмәткәрҙәре, хәстәрлекле кешеләр һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙың ата-әсәләре үҙ эштәрен ебәргән. Китапхананың тактиль китаптары базаһы яңы китаптар менән тулыландырылды. Ярышта беренсе урынды Алексей Салников алды. Уға 14 йәш. Алексей өс йәшенән Өфө ҡалаһының 42-се моделле балалар китапханаһына йөрөй. Бөтә ярыштарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Алексей бала саҡтан инвалид. Уның һаулығы ҡаҡшауы күреү һәләтенең насарайыуына килтерә. Тап шуның өсөн дә Алексей, китапханасы Роза Маркинанан конкурс тураһында ишетеп, ҡатнашырға ҡарар итә. — 140-сы Башҡорт гимназияһының 7-се класында уҡыйым. Фехтование, ҡаяға үрмәләү менән шөғөлләнәм. Өләсәйем менән китапханаға йөр